Инйәр
+14 °С
Облачно
Новости
30 Января 2018, 06:09

Биржала һатыу итеү–заман талабы

БР Ауыл хужалығы министрлығында БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары, Ауыл хужалығы министры И.И.Фазрахманов етәкселегендә “Биржала һатыу итеү. Ауыл хужалығы тауар етештереүселәр өсөн яңы мөмкинлектәр” темаһына арналған конференция уҙҙы. Сарала райондың мәғлүмәт-консультация үҙәгенең инженер-консультанты Фидус Ғилманов ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
БР Ауыл хужалығы министрлығында БР Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары, Ауыл хужалығы министры И.И.Фазрахманов етәкселегендә “Биржала һатыу итеү. Ауыл хужалығы тауар етештереүселәр өсөн яңы мөмкинлектәр” темаһына арналған конференция уҙҙы. Сарала райондың мәғлүмәт-консультация үҙәгенең инженер-

консультанты Фидус Ғилманов ҡатнашты.

Республика фермерҙары былтыр мул уңыш йыйып алып ырҙын табаҡтарына 4 миллион тирәһе ашлыҡ һалды. Бер яҡтан ҡыуаныслы хәл, әммә урылған игенде һатып булмауы хужалыҡтар өсөн баш бәләһенә әйләнде. Һатып була, әммә ашлыҡ өсөн үтә лә арзан хаҡ бирәләр. Һөҙөмтәлә келәттәре булған хужалыҡтар яҡшы осор көтһә,

һаҡлар урыны булмағандар осһоҙ хаҡҡа булһа ла һатыу яғын ҡарай.

Хөкүмәт тә мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә баш вата. Ауыл хужалығы министрлығы ашлыҡты биржаға сығарырға тәҡдим итә.

Быйыл иһә аралашсылар юҡ. Һалымдар өлкәһендәге үҙгәрештәр арҡаһында был тармаҡ хәҙер улар өсөн табышлы түгел.

–Конференцияла федераль Һалым хеҙмәте, Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт, “Росагролизинг” акционер ойошмаһы, “Мәскәү Биржаһы” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ брокер компанияларынан вәкилдәр ҡатнашты. Улар иһә фәһемле һәм файҙалы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, “Росагролизинг” акционер ойошмаһы тиҙҙән аграр өлкәһендә хеҙмәт итеүселәрҙең белем кимәлен камиллаштырыу маҡсатында уҡыу үҙәктәре ойош-

торолоуы хаҡында белдерҙе. Был иһә Рәсәй ауыл хужалығы тауар етештереүселәренең биржала һатыу итеү мөмкинлектәрен үҫтереүгә ярҙам итәсәк,- тине Фидус Фаяз улы.
Читайте нас