Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Gruppo Cremonini компанияһы араһында ит малсылығын үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында меморандум 2016 йылдың декабрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Италия компанияһы президенты Луиджи Кремонини осрашыуы барышында
төҙөлдө. Документ һәр ҡайһыһы өсөшәр мең баш эре мөгөҙлө мал һыйышлы юғары технологиялы фидлоттар (һимертеү майҙансыҡтары) төҙөү буйынса проекттар әҙерләүҙе һәм тормошҡа ашырыуҙы, шулай уҡ республика биләмәһендә ит эшкәртеү комплексын төҙөү буйынса саралар әҙерләүҙе күҙ уңында тота.