Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Август 2022, 09:57

Республикала 1 сентябрҙә капиталь ремонттан һуң яңыртылған 63 мәктәпкә 21 мең самаһы уҡыусы килә

1 сентябрҙә Башҡортостанда 509 меңдән ашыу бала парта артына ултыра. Республикала белем биреү учреждениеларында лайыҡлы шарттар булдырыуҙы дауам итәләр.

Республикала 1 сентябрҙә капиталь ремонттан һуң яңыртылған 63 мәктәпкә 21 мең самаһы уҡыусы килә
Республикала 1 сентябрҙә капиталь ремонттан һуң яңыртылған 63 мәктәпкә 21 мең самаһы уҡыусы килә

Рәсәй президенты Владимир Путин ярҙамында мәктәп биналарына, тәү сиратта ауыл мәктәптәренә капиталь ремонт үткәреү буйынса федераль программа ҡабул ителгән. 2026 йылға тиклем унда 365 мәктәп бинаһын индереү планлаштырыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 12 августа мәғариф буйынса республика кәңәшмәһендә федераль бюджеттан ҙур ресурстар - 9 миллиард һумдан ашыу йәлеп ителеүен билдәләне. Элек республика был маҡсатҡа йылына 600 миллион һумдан артыҡ аҡса бүлә алмай ине.

1 сентябрҙә яңыртылған 63 мәктәпкә 21 мең самаһы уҡыусы киләсәк. Тағы 17 мәктәпкә капиталь ремонт февраль айына тамамланырға тейеш. Киләһе йылда 117 мәктәпкә ремонт яһау күҙаллана, уларҙа 40 мең бала белем ала. Һөҙөмтәлә 2023 йылдың 1 сентябрендә 48 меңдән ашыу уҡыусы 134 ремонтланған мәктәптә парта артына ултыра.

Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы 2024-2025 йылдарға мәктәптәрҙең 186 бинаһын ремонтлауға һәм йыһазландырыуға яҡынса 15 миллиард һумлыҡ ғариза әҙерләгән һәм ебәргән (14 миллиард 720 миллион һум).

 

Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Автор:Ильмир Кагарманов
Читайте нас в