Инйәр
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
20 Сентябрь , 15:01

Ҡыҫынды ауылына — 275 йыл

Ҡыҫындым — тыуған төйәгем.Һин йырлап туймаҫ йырым.Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,Һин тип яна йөрәгем. Раушан Хәзиәхмәтов.

Ҡыҫынды ауылына — 275 йыл
Ҡыҫынды ауылына — 275 йыл

Ҡыҫынды... Ҡыҫындым... Эйе, башҡалар өсөн ул ябай бер ауыл булһа, ошонда тыуып-үҫеп, буй еткереп, оло тормош юлына баҫҡан, әлеге ваҡытта тыуған еренән айырылмай, бәхетем ошо ерҙә тип бер ергә лә ҡуҙғалмай тормош көткәндәр өсөн һәм бәхет эҙләп, сит тарафтарға сығып китеп, шунда төпләнеп ҡалғандар өсөн дә күңел түрендә урын алып, һәр саҡ үҙенә саҡырып, ҡанатландырып, илһамландырып торған иң ҡәҙерле ер-тыуған ере. Раушан Хәзиәхмәтов яҙғанса:
Ҡыҫындым — тыуған төйәгем.
Һин йырлап туймаҫ йырым.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә,
Һин тип яна йөрәгем.
Бөгөн минең Ҡыҫындыма — 275 йыл. Ныҡлабыраҡ тикшерһәң, күберәктер ҙә. Сөнки тарихи сығанаҡтарҙа 1743 йылда ете ғаилә Ҡыҫынды ауылы булып иҫәпләнә тип билдәләнә.
Ата-бабаларыбыҙ һөйләүе буйынса, элек улар әлеге йәмле Еҙем буйҙарында йәшәгән. Батшаның ғәҙелһеҙ закондары тарафынан йәберләнеүҙән, таланыуҙан, күтәргеһеҙ ауыр эштән йонсоп, ҡасып, бөгөн көн иткән ерҙәргә күсеп ултырырға мәжбүр булғандар. Улар уңайһыҙ, ҡыҫынҡы ергә, урман эсенән сылтырап аҡҡан бәләкәй йылға буйына урынлашалар. Йылға ла, ауыл да Ҡыҫынҡы (Ҡыҫынды)тип атала башлаған.
Ауылымда элек-электән уңған, тырыш халыҡ йәшәгән. Улар малсылыҡ, ҡортсолоҡ, игенселек менән шөғөлләнгән. Яҙма сығанаҡтарҙа Фәхретдин мулланың 1000 умартаһы, 300 баш йылҡы малы булған тип билдәләнә. Бында йәшәгән халыҡ бик дини булған. Бар йолаларҙы ла теүәл атҡарған. Һуңынан, 1870-1875 йылдарҙа мәсет бинаһы төҙөлә һәм совет власы урынлашҡансы үҙ бурысын үтәй. Совет власы хакимлыҡ итә башлағас, мәсеттәр ябыла.Улар йә мәктәп, йә клуб итеп үҙгәртелә. Ә беҙҙең мәсет бинаһы яңы тыуған власть органы — ауыл советына әйләндерелә. Эйе, элек идара итеү органы ауыл сельсоветы беҙҙә булған һәм Ҡыҫынды ауыл советы тип аталған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, илде һаҡларға ла ошонан киткәндәр.
Коллективлаштырыу башланғас, ата-бабаларыбыҙ бергә тупланып, “Ҡыҙыл партизан” колхозы ойошторалар. Шунан башлап ең һыҙғанып, колхоз ҡырҙарында тир түгәләр.
Һуғыштан һуң, 1946 йылда идара итеү органдары ни сәбәплелер Еҙемгә күсерелә. Ә матур мәсет бинаһы китапхана (беҙ уны избач (изба-читальня) тип йөрөтә инек), медпункт һәм ауыл балаларының яслеһе ролен үтәй. Беҙ үҫкән саҡта избачҡа йөрөргә ярата инек. Баҫҡыс буйлап өҫкә күтәреләһең, кереп китап йә журнал алаһың да террасаһына сығып рәхәтләнеп уҡыйһың. Избач барыбыҙҙың да яратҡан урыны ине. Эй, булған бит күңелле саҡтар! Былары һүҙ ыңғайында ғына, ә һеҙгә еткерергә теләгәнем — ауылымдың уңған, эшһөйәр кешеләре тураһында.
Һуғыштан һуң колхоздар нығына, күпләп иген үҫтерелә. Баҫыу-ҡырҙарҙа эш гөрләй, халыҡ көндө-төнгә ялғап, тырышып эшләй. 1946 йылда Башҡортостанда әлегәсә таныш булмаған культура — шәкәр сөгөлдөрө үҫтерелә башлай. Беҙҙең ауылдан да ике звено төҙөлә һәм звеньевойҙар итеп Мәғәйшә Агил ҡыҙы Ерғизова һәм Мәүсилә Ғариф ҡыҙы Фәттәхова тәғәйенләнә. Шул көндән башлап, колхоздар тарҡалғансы, бөтөн ауыл ҡатын-ҡыҙҙары сөгөлдөр баҫыуында көс түгәләр. Ә Мәғәйшә Агил ҡыҙының звеноһы йылдың-йылы юғары уңыштарға ирешә. Ул тәүге булып сөгөлдөр культураһын беҙҙең ерлеккә ҡулайлаштырып үҫтерә башлаған Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батырова менән ярышып татлы тамыр үҫтерә. 1966 йылда ул район буйынса иң юғары һөҙөмтәгә ирешә. Ошо бөйөк ҡаҙанышы өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены менән бүләкләнә. Бынан тыш инәйҙең башҡа наградалары ла бар. Мәүсилә Ғариф ҡыҙының звеноһы ла ҡалышмай. Тик 1960 йылда Ҡыҫындыла ферма төҙөлә һәм Мәүсилә инәйҙе унда мөдир итеп ҡуялар. Бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар һыйыр һауыу, илде һөт менән тәьмин итеү эшенә күсәләр. Бындағы эш тә сөгөлдөр баҫыуындағы эштән еңел булмай. Әле кешеләр тәмле итеп йоҡо һимерткәндә, сәғәт таңғы дүрттән тороп, һауынға йүгерәһең. Ҡайтып, иртәнге сәйеңде эсеп, арлы-бирле иткәнсе төшкө һауын етә. Унан кискеһенә лә күп ҡалмай. Шул арала ғаиләңә ашарға бешерергә, өҫ-башын да ҡарарға, икмәген дә һалырға, керен дә йыуырға һәм башҡа тауыҡ сүпләп тә бөтмәҫ эштәрҙе атҡарып сығырға кәрәк. Ә фермала бар эштәр ҡул көсө менән башҡарыла. Һуңғараҡ, мал сөгөлдөрө үҫтерелә башлағас, һәр һауынсыға 50-шәр сутый сөгөлдөр ере бирелә ине. Уйлап ҡарағыҙ инде, ниндәй сыҙам, сабыр һәм дә уңған булған ауылым ҡатын-ҡыҙҙары! Бер ниндәй ауырлыҡҡа ла бирешмәгән, һынмаған. Уларҙың һәр ҡайһыһына һәйкәл ҡуйырлыҡ. Баш эйәбеҙ һеҙҙең фиҙаҡәрлеккә, урындарығыҙ ожмах түрҙәрендә булһын!
Ферма коллективы йылдан-йыл юғары уңыштарға ирешә. Мәүсилә апай үҙе лә 4 йылдан һуң 3000 мең сиген үтеп китә. Өлгәшелгән уңыштары өсөн уның исеме райондың Хеҙмәт даны китабына индерелә. Ә 1971 йылда Мәүсилә Ғариф ҡыҙы Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Иген баҫыуҙарында ла иртәнән алып, ҡараңғы төшкәнсе, эш ҡайнай. Иген диңгеҙе буйлап, саң борҡотоп, комбайндар йөҙә. Унда ла беҙҙең ауыл механизаторҙары бер-береһе менән ярыша-ярыша иген һуғалар. Тырышлыҡ бушҡа китмәй: ҡайһылары туристик путевкалар, ҡайһыһы мотоцикл йә машина менән бүләкләнә. Быларҙан тыш Ғиндулла Йосопов Почет билдәһе ордены менән бүләкләнә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ғәилә экипаждары хеҙмәт түккән. Ғиндулла үҙенең ҡатыны Фатима менән, Сабирйән Гөлнур менән урып-һуғыуҙа ҡатнашҡан. Һоҡланмаҫлыҡмы ней ошо ауылдаштарыбыҙға!
Ҡайһы ауылдашыбыҙҙы телгә алһаҡ та маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Ләкин бер мәҡәләлә барыһын да яҙып булмай. Әлегә орден менән бүләкләнгән ауылдаштарыбыҙҙы ғына иҫкә алдым. Үҫеп килер быуын улар тураһында белһен һәм ғорурланһын!
Бөгөн дә Ҡыҫындымда уңған, эшһөйәр кешеләр йәшәй. Улар тураһында йәшәгән йорт-ерҙәренә ҡарап белергә була. Сәмләнеп донъя көтәләр, колхоз бөттө, эш юҡ тип ҡул ҡаушырып ултырмайҙар. Ҡайһыһы күпләп мал аҫрай, ҡайһыһы ситкә сығып, аҡса эшләп килеп йорт бөтәйтә, балалар үҫтерә. Уңыштар һеҙҙең барығыҙға ла! Ауылдаштарымды ҙур байрам — 275 йыллыҡ юбилей менән ҡотлайым. Алға табан да матур тормош, тыныслыҡ теләйем. Ауылыбыҙҙы йәшәтәйек!

Зифа Абдуллина,
педагогик хеҙмәт ветераны.
Ҡыҫынды ауылы.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: