Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
20 Сентябрь , 15:04

Күп балалы әсә пенсия йәшенә еткәндә...

«Бер-бер артлы тыуған бәпестәремде үҫтереп, йылдарҙың елдәй елеүен, пенсия йәшенә яҡынлашыуымды һиҙмәй ҙә йөрөйөм», – тип редакциябыҙға килгән ҙур ғаилә хужабикәһе. Күмәк бала тәрбиәләүсе әсәләргә пенсия алдынан ниндәй льготалар тейеш? Ғөмүмән, улар нисә йәштә хаҡлы ялға сыға ала? Уҡыусыбыҙ өсөн мөһим ошо һәм башҡа һорауҙарға Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Архангел районындағы клиенттар хеҙмәте етәксеһе Л.Н.Солтанбәкова аңлатма бирә.

«Бер-бер артлы тыуған бәпестәремде үҫтереп, йылдарҙың елдәй елеүен, пенсия йәшенә яҡынлашыуымды һиҙмәй ҙә йөрөйөм», – тип редакциябыҙға килгән ҙур ғаилә хужабикәһе. Күмәк бала тәрбиәләүсе әсәләргә пенсия алдынан ниндәй льготалар тейеш? Ғөмүмән, улар нисә йәштә хаҡлы ялға сыға ала? Уҡыусыбыҙ өсөн мөһим ошо һәм башҡа һорауҙарға Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Архангел районындағы клиенттар хеҙмәте етәксеһе Л.Н.Солтанбәкова аңлатма бирә.
– Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатындар ҡартлыҡ буйынса пенсияға 50 йәштә сығырға хоҡуҡлы. Ғаиләлә инвалид сабый булып, уны 8 йәшкә тиклем үҫтергән әсәләр ҙә хаҡлы ялға шул уҡ йәштә китә ала. Бөгөнгө көндә республикабыҙҙа күмәк бала тәрбиәләгән 25 мең әсәгә пенсия ваҡытынан алда билдәләнгән.
Закондарыбыҙ өс һәм дүрт балалы ҡатындарға ла хаҡлы ялға алдараҡ сығыу форсатын бирә. Өс сабый әсәһе яңы пенсия йәшенән өс йылға иртәрәк, йәғни 60-та түгел, 57-лә китеү мөмкинлегенә эйә. Әгәр ул дүрт бала ҡарай икән, дүрт йыл алдан – 56 йәшендә хеҙмәт эшмәкәрлеген туҡтата ала.
Шуны ла билдәләп китәйек: күмәк балалы ҡатындарҙың йәмғеһе 15 йыл страховка стажы, 30 пенсия коэффициенты булыуы шарт.
Декрет отпускыһындағы осор пенсия тәғәйенләгәндә нисек иҫәпләнә, тип һораусылар ҙа бихисап. Бәпес ҡарап өйҙә ултырған ваҡыт өсөн шәхси пенсия коэффициенттары иҫәпләнә – һәр бала өсөн 1,5 йыл, ләкин дөйөм алғанда алты йылдан күп түгел:
беренсе баланы ҡарау өсөн – 1,8 коэффициент,
икенсе баланы ҡарауға – 3,6;
өсөнсө һәм дүртенсе баланы тәрбиәләү өсөн 5,4 коэффициент өҫтәлә.
Шуға күрә хаҡлы ялға ваҡытынан иртә сығыуға хоҡуҡтарын яҡынса баһалау өсөн беҙ уларға Социаль фондҡа алдан уҡ мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәбеҙ.
Күмәк бала үҫтереүсе әсәләргә пенсия алдынан тағы ла байтаҡ льготалар ҡаралған. Мәҫәлән, улар диспансеризация үтеү өсөн ике ял көнө алырға мөмкин, иң юғары күләмдәге (йәшәү минимумы кимәлендә) эшһеҙлек буйынса пособие алыу, мәшғүллек хеҙмәте ебәреүе буйынса яңы һөнәргә уҡыу йәки квалификацияны күтәреү хоҡуғына эйә. Мәҫәлән, биш сабыйы булған әсә диспансеризация үткәндә һәм мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торғанда льготаларҙан 45 йәштән үк, йәғни пенсияға (50 йәшкә) тиклем биш йыл алдан файҙалана ала. Пенсияға сығырға торған күп балалы ҡатынды хеҙмәттән бушатҡан йәки уның йәшен сәбәп итеп эшкә алыуҙан баш тартҡан өсөн эш биреүсе ойошмаларға ҡарата яуаплылыҡ ҡаралған.
Пенсияны иртә тәғәйенләү хоҡуғын билдәләгән саҡта шулай уҡ уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған балалар ҙа күҙ уңында тотола – тик уларҙың һигеҙ йәшкә тиклем уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыныуы зарур. Әгәр ғаиләлә төрлө ата-әсәнән тыуған сабыйҙар йәшәй икән, үгәй ул йәки үгәй ҡыҙҙы тәрбиәләгән өсөн пенсияға иртә сығыу хоҡуғы уларҙы рәсми рәүештә уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алған осраҡта ғына бирелә.
Лариса Солтанбәкова,
Рәсәй социаль фондының
Архангел районы бүлексәһе етәксеһе.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: