Инйәр
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Георгий таҫмаһы акцияһы— 2024

Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәрҙең батырлығына хөрмәт йөҙөнән

24 апрелдән 20-се тапҡыр «Георгий таҫмаһы» акцияһы үтә. Хәҙерге Рәсәйҙә ҡыҙғылт-һары таҫма 9 Майҙа төп символдарының береһе булып тора.
Тарихы
1730 йылдарҙа ҡара, һары һәм аҡ төҫтәр Рәсәй империяһының дәүләт төҫтәре тип һанала башлай.
Георгий таҫмаһы 1769 йылдың 26 ноябрендә Екатерина II Изге Георгий Победоносец орденын булдырған саҡта барлыҡҡа килә. Таҫма «Хеҙмәт һәм батырлыҡ өсөн» девизы, шулай уҡ аҡ тигеҙ яҡлы тәре йәки дүрт осло алтын йондоҙ менән тулыландырыла. Һары төҫ менән бер рәттән башта һары төҫ ҡулланылған (геральдик күҙлектән ҡарағанда был төҫтәр бер төрлө). Шулай уҡ традицион ҡара төҫ төтөн, ҡыҙғылт — һары ялҡын тигәнде аңлата.
Совет осоронда
СССР Юғары советы Президиумының 1942 йылдың 21 майындағы указы менән гвардиясылар өсөн “Гвардия” күкрәк билдәһе булдырыла, унда тағы ла георгий таҫмаһы ҡулланыла, тик гвардия таҫмаһы исеме аҫтында.
Уны «1941-1945 йылдарҙағы “Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалында, бөтә дәрәжә Дан орденында, «Берлинды алған өсөн» миҙалында, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалында, «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалында ҡулланалар.
«Георгий таҫмаһы» акцияһы
СССР тарҡалғандан һуң гвардия таҫмаһы Еңеү көнөнөң төп символдарының береһе булараҡ ҡулланыла. 2005 йылда мәскәүҙең «Риа Новости» һәм «Студенттар общинаһы» журналистары инициативаһы менән Еңеү көнөнөң 60 йыллығы хөрмәтенә тәүге тапҡыр «Георгий таҫмаһы»акцияһы үтә.
Акция традицион булып китә һәм йыл һайын йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар һәм дәүләт бюджеты аҡсаһына үткәрелә. Ҡала урамдарында ирекмәндәр Еңеү байрамын иҫкә төшөрөү өсөн теләгән һәр кемгә ҡара-һары таҫмалар тарата. Акция әүҙем барған илдәр — Рәсәй, Әрмәнстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Афғанстан һәм Белоруссия.
2022 йылда «Георгий таҫмаһы тураһында» закон ҡабул ителә, уның тексында былай тиелә: «Георгий таҫмаһының статусы Ватаныбыҙ халыҡтарының ҡаһарманлығын, батырлығын һәм сыҙамлығын, хәрби хәрәкәттәр барышында, Ватанды һаҡлау буйынса башҡа хәрби бурыстарҙы йәки хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлыҡтарын билдәләү өсөн билдәләнгән».
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығын байрам итеү алдынан бөтә ил буйынса акция үткән акцияға беҙҙең район да ҡушылды. Бөйөк Еңеү символын ирекмәндәр тараталар һәм Георгий таҫмаһын нисек дөрөҫ тағырға кәрәклеген аңлаталар,
Георгий таҫмаһы ғорурлыҡ һәм хәрби дан, һалдаттарыбыҙҙың бөйөк батырлығы символы. Уны Бөйөк Ватан һуғышында еңеүселәрҙең батырлығына хөрмәт йөҙөнән йөрәк янында йөрөтәләр.
Акцияның төп маҡсаты — һәр кешегә һуғыш ветерандарына ҡарата ихтирам белдерергә, һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алырға һәм Ватаныбыҙҙың героик үткәне һәм бөгөнгөһө өсөн ғорурлыҡ күрһәтергә мөмкинлек биреү.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас: