Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Онотмайыҡ яугирҙарҙы

В "Теремке" прошел "Бессмертный полк"

Онотмайыҡ яугирҙарҙы
Онотмайыҡ яугирҙарҙы

9 Май – ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ байрамы. Ул тарихыбыҙға ғорурлыҡ тойғоһо уята, бөтә милләт һәм дин вәкилдәрен берләштерә. Был көндә беҙ дошман рейхстагының ҡолауы өсөн бөтә көсөн һалғандарҙы иҫкә алабыҙ, уларға рәхмәт әйтәбеҙ.

Һуңғы йылдарҙа 9 май Бөйөк Еңеү байрамына ҡарата үткәрелгән традицион сараларға “Үлемһеҙ полк” тип исемләнгән матур акция өҫтәлде. Бөтә ил менән дәррәү күтәреп алған был сарала теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Уның өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғанығыҙҙың фотоһы ҡуйылған транспаранттың булыуы ғына шарт.

“Тирмәкәй” балалар баксаһы тәрбиәләнеүселәрҽ лә был акцияға ихлас ҡушылды.Тәү сиратта, тәрбиәсе Н.А.Могучева балаларға байрамдың мөһимлеге менән таныштырҙы, яу яланында һәләк булған яугирҙарҙы иҫҡә алып, бер минутлыҡ тынлыҡ булдырылды. Яугир олатайҙарҙың исемен тарих ташына яҙып ҡалдырып, кескәйҙәрҙә патриотизм тойғоһон уятыу, тарихҡа дөрөҫ күҙлектән объектив ҡараш тәрбиәләү – беҙҙең төп масаттарыбыҙҙың береһе булды.

Гөлсәсәк Ғималеева,

“Тирмәкәй” балалар баҡсаһының

 тәрбиәсеһе.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в