Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Эх, ниндәй моңдар...

"Мы же из деревни" под таким названием прошел концерт в д.Абзаново

Эх, ниндәй моңдар...
Эх, ниндәй моңдар...

Абҙан ауыл мәҙәниәт йортонда “Айыҡ ауыл – 2021” конкурсы сиктәрендә, Яҙ һәм Хеҙмәт байрамына бағышлап, “Беҙ ауылдан бит әле” тигән концерт уҙҙы. Ябай ауыл кешеләре тарафынан әҙерләнгән байрам, тамашасыларға наҙ һәм дәрт бүләк итте. Сәхнәләге сағыу төҫтәр балҡышынан күҙҙәр ҡамашты, матур сығыштарҙан күңелдәр тулышты.

“Дуҫлыҡ” вокал ансамбле – башҡорт халыҡ йырҙары, Ҡунаҡбаева Даяна – моңло ҡурай уйнауҙары, Алсынбаева Наҙгөл, Мусина Алһыу, Ғизәтуллина Эвелина, “Ҡурай” бейеү ансамбле – дәртле, Фәйзуллина Мәрүә һәм Килмөхәмәтова Динә башҡарыуындағы заманса “Бишмармаҡ” бейеүҙәре, Моратова Шәүрә, Яҡшимбетова Зилә, Мәҡсүтова Мәрйәм, Сөләймәнов Илмир башҡарыуындағы моңло йырҙары, йәнле күренештәргә яҡты нур өҫтәп, “Өмөт” халыҡ театры кисәгә йән һәм наҙ өҫтәне.

 Йыр-моң, шиғри юлдарға һалынған, йөрәк түренән сыҡҡан йылы һүҙҙәр менән тәбрикләнгән байрам, залдағы ултырыусыларҙың күҙҙәренең яуын алды.Концерттан һуң, дискозалда дәртле бейеүҙәргә ҡушылып, байрам сараһынан күтәренке кәйеф менән таралды.

Фаягөл Кинйәғолова,

Абҙан мәҙәниәт йортоноң художество еткәсеһе

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в