Инйәр
+2 °С
Облачно
9 май - Еңеү көнө
11 Мая 2022, 10:07

Еңеү еңел бирелмәне

Результаты победителей эстафеты на 9 мая

Добавить в предпочтительные источники Google
Еңеү еңел бирелмәнеЕңеү еңел бирелмәне
Еңеү еңел бирелмәне

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы айҡанлы 9 май байрамы алдынан Архангел ауылында эстафета ярыштары үтте.

Дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында егеттәрҙән Баҡалды, Благовещенка, 2-се Архангел, ҡыҙҙарҙан Баҡалды, Оҙондар, Максим Горький командалары уңыштарға ирешеп, тәүге өс баҫҡысты биләне. Урта белем биреү мәктәптәре уҡыусылары ла һәр дистанцияны үҙ итте. 1-се Архангел егеттәре иһә беренсе килһә, унан һуң Ҡыҙыл Еҙем һәм Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы, ҡыҙҙарҙан 1-се Архангел, Абҙан  һәм Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы командалары спортсылары тәүге өс урындарҙы биләне.  

Ауыл биләмәләре араһында Ҡыҙыл Еҙем спортсылары һәр дистанцияны уңышлы йүгереп - беренсе, Арх-Латыш – икенсе, Баҡалды өсөнсө урынға сыҡты. Шулай уҡ ойошма-предприятиелар араһында ла эстафета ҡыҙыу үтте. Улар араһында урындар түбәндәгесә билдәләнде: район хакимиәте – “алтын”, Ауырғазы күп профилле колледжының Архангел филиалы – “көмөш” һәм  мәғариф бүлеге “бронза” миҙалға лайыҡ булды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас