Ошо көндәрҙә Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы айҡанлы ауыл биләмәләре араһында мини-футбол буйынса ойошторолған турнир тамамланды. Бәйге 22 апрелдә башланды, унда барыһы ете йыйылма команда үҙ-ара көс һынашты.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса “Архангел-1” – “алтын”, “Архангел-2” – “көмөш” һәм “Арх-Латыш” йыйылма командаһы “бронза” миҙалға лайыҡ булды. Шулай уҡ Данил Пукин“Иң яҡшы уйынсы”, Дмитрий Бардуков “Иң күп гол индереүсе”, Дмитрий Пряхин “Иң яҡшы ҡапҡасы”, Ришат Кәримов “Иң яҡшы һаҡсы”, Влад Кутлин “Иң яҡшы һөжүмсе” номинацияларында билдәләнде.