Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
27 Апрель , 11:03

“Ағас ултырт та ғүмер бүләк ит”

Үткән ял көндәре районда ағас ултыртыу буйынса "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтте.

“Ағас ултырт та ғүмер бүләк ит”
“Ағас ултырт та ғүмер бүләк ит”

Үткән ял көндәре районда ағас ултыртыу буйынса "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үтте. Йәшелләндереү сараһы “Ағас ултырт та ғүмер бүләк ит” тип исемләнгән девиз өҫтөндә уҙҙы. Был сараның маҡсаты – экология мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү, ауыл биләмәһен йәшелләндереү, күркәм итеү, экологик хәлде яҡшыртыу.

Архангел ауылының “Йәштәр” микрорайонында ла ошо күркәм өмә уҙҙы. Экологик сарала БР Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин, район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин, ойошма һәп предприятие хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл халҡы ихлас ҡушылды. Дөйөм әйткәндә, ош о көндә район буйынса меңдән ашыу ҡайын, шыршы, миләш һәм сирень ағастары ултыртылды.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в