Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
18 Апрель , 09:00

Аҡса түләүҙең яңы тәртибе ниндәй буласаҡ

Ошо йылдың февраль айында Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғо менән диспансерлаштырыу һәм иҫкәртеү медицина тикшереүҙәре барышында онкология сирҙәрен асыҡлаған өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренә дәртләндереү маҡсатындағы түләүҙәрҙең яңы тәртибе, шарттары раҫланды.

Рәсәй Хөкүмәте 2022 йылда ошо категорияға ҡараған белгестәргә түләү өсөн 155 миллион һум аҡса бүлде. Средстволарҙы медицина ойошмалары буйынса бүлеүҙе Мотлаҡ медицина страховкалау территориаль фонды тормошҡа ашырасаҡ. Ә түләүҙәр ай һайын медицина хеҙмәткәрҙәренә килеп торасаҡ. Башҡортостанда ошо маҡсатта фонд бюджетына 3 213 300 һум аҡса һалынған.

Дәртләндереү түләүҙәре пациентта яман шеште иртә стадияла асыҡлау күрһәткестәрен арттырыуға, медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Тәүге тапҡыр асыҡланған һәм артабанғы тикшереүҙәрҙә раҫланған һәр онкология осрағы өсөн түбәндәге түләүҙәр ҡаралған: 500 һум тикшереүҙәр һәм диспансерлаштырыу үткәреүҙе ойоштороу өсөн яуаплы табипҡа түләнә (медицина ойошмаһы етәксеһенән башҡа), 250 һум пациентты табип-онкологка күренергә ебәргән табипҡа, онкология сирле пациентты диспансер күҙәтеүенә алған медицина хеҙмәткәренә бирелә. Мәғлүмәттәрҙә хата асыҡланғанда, медицина ойошмаларының берлектәге эш регламенты билдәләнгән.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в