Инйәр
+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
9 май - Еңеү көнө
13 Апрель , 15:51

Атайыбыҙ — таянысыбыҙ

Ҡәҙерле атайыбыҙ Фидай Вәлиәхмәт улы Исхаҡов 1929 йылдың 2 мартында  Ғафури районы Ҡауарҙы ауылында донъяға килә

Атайыбыҙ — таянысыбыҙ
Атайыбыҙ — таянысыбыҙ

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында  бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан балалар — тыл ветерандары үкенескә ҡаршы бик һирәгәйә бара. Аллаға шөкөр, бәхеткә атайыбыҙ иҫән-һау, беҙҙең янда. Ошо матур, яҡты, тыныс көндәр өсөн, рәхмәт атай! 

Ҡәҙерле атайыбыҙ Фидай Вәлиәхмәт улы Исхаҡов 1929 йылдың 2 мартында  Ғафури районы Ҡауарҙы ауылында донъяға килә. Ғаиләлә иң өлкәне булараҡ йорт эштәрен башҡарыу кесе йәштән үк  уның иңенә төшә. Алты ғына йәшендә әсәйһеҙ тороп ҡала. Атаһы Герман, аҙаҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Исхаковтарҙың етем ҡалған ике улдарын (атайымдың энеһе булған) ярай әле еңгәләре үҙ ҡанаты аҫтына ала. Донъялар етешһеҙ булһа ла малайҙарға ел-ямғыр тейҙермәй  аяҡҡа баҫтыра. Яҡын кешебеҙҙең бала һәм үҫмер сағы илебеҙ кисергән михнәтле ваҡиғалар менән бергә үрелә.

 Ҡулдарына ҡорал тота алырҙай ир-егеттәр һуғышҡа китеп бөткәс, тылдағы бөтә ауыр эште ҡатын-ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоролар һәм бала-саға атҡара. Күпме михнәт, мохтажлыҡ, хәсрәттәр кисереп, күп ҡорбандар менән Бөйөк Еңеү  көнөн яҡынайтыуға ҙур өлөш индереүсе улар.  Онотолоп уйнар, ғәмһеҙ бала саҡтарында үҙ иңендә иҫ киткес ауырлыҡтар күтәргән атайыбыҙ иртәнән кискә тиклем колхоз эшенәнә егелә. Ул бесән дә әҙерләй, утынын да  ҡырҡа,  башҡа хужалыҡ мәшәҡәттәренә лә өлгөрә.

 Күрше Архангел районы Убалар ауылында урман хужалығы асылғас, шунда саҡырыла. Һис бер ваҡытта ла зарланып тормаҫ, егәрле ир-уҙаман үҙ вазифаһына һәр ваҡыт үтә  яуаплы ҡараны һәм гел алдынғылар рәтендә йөрөнө. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡаҡыҙҙары, миҙалдары быға дәлил. Ҡышҡы ыжғыр бурандарҙа, сатлама һыуыҡтарҙа урман бысырға йөрөгәндәрен хәтерләп, ул былай ти:

 — Башта землянкала йәшәнек. Ул ваҡыттарҙа ҡыш та һыуыҡ, ҡар ҙа күп ине. Өҫтә бишмәт, киндер ыштан, сабата.Тәүҙә ағас төбөн көрәйбеҙ һуңынан ҡул бысҡыһы менән ҡырҡабыҙ, “Бөтәһе лә  фронт өсөн, бөтәһе лә еңеү өсөн!”, тигән ялҡынлы лозунг аҫтында эшләнек беҙ. Ысын күңелдән Еңеүгә өмөт бағланыҡ, ышандыҡ. Йөрәктә уйылып ҡалған юғалтыуҙар, көс етмәҫлек ауыр хеҙмәт, аслыҡ һәм яланғаслыҡ – быларҙың барыһында онотоу мөмкин түгел. Иң мөһиме ерҙә тыныслыҡ булһын, табындарҙан ризыҡ өҙөлмәһен. Үткәндәрҙе, тарихты онотмағыҙ,улар һеҙгә һәр саҡ фәһем булып торһон!, — тип йыш хәтерләп ала ул алыҫта ҡалған  дәшһәтле йылдарҙы.

Тормош иптәше итеп ул Ҡырмыҫҡалы районы һылыуы Сәбилә Нуретдин ҡыҙын һайлай. Ул ваҡыттағы йола буйынса ауылға ҡунаҡҡа килгән әсәйебеҙҙе атайыбыҙ урлап алып ҡайта. Ҡәҙерлеләребеҙ бик матур ғүмер кисерҙе. Беҙгә  — ете балаға юғары белем, лайыҡлы тәрбиә бирҙеләр. Шуға уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

94 йәшлек тыл ветераны Фидай Вәлиәхмәт улы ауылыбыҙҙың иң өлкән, абруйлы кешеһе! Бөгөнгө көндә лә һынатмай, башҡаларға үрнәк күрһәтеп йәшәргә тырыша. Беҙгә яҡшы өлгө, терәк булып, өгөт-нәсихәттәрен, кәңәштәрен биреп матур итеп донъя көтә. Киләсәктә ҡәҙерле атайыбыҙға балалар, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығы, бәхетле көндәр, рух ныҡлығы, сәләмәтлек, оҙон ғүмер насип булһын. 

Нурия Ғәлиәкбәрова.

Автор:Рахимов А.
Читайте нас в