Инйәр
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
22 Май , 13:58

«Рәсәй тураһында бәйән ит: Беҙҙең заман геройы» бөтә Рәсәй аудио һәм видеоподкастар конкурсы

2024 йылдың 25 майына тиклем «Рәсәй тураһында бәйән ит: Беҙҙең заман геройы» бөтә Рәсәй аудио һәм видеоподкастар конкурсына эштәр ҡабул ителә.

Конкурста ҡатнашыу өсөн аудио йәки видеоподкаст яҙҙырырға һәм һылтанма буйынса заявка ебәрергә кәрәк: vk.cc/curXKy.

Аудиоподкаст йүнәлештәре:
- Тыуған ил нимәнән башлана;
- Донъяның географик картаһында урыҫ исемдәре;
- Донъя мәҙәниәтендә урыҫ исемдәре;
- Мөғжизә тыуҙырған асыштар.

Видеоподкаст йүнәлештәре:
- Тыуған илем йолалары;
- Беҙҙең заман геройы;
- Улар Рәсәйҙе асҡан;
- Кесе Ватаным.

10-25 йәшлек балалар һәм йәштәр ҡатнаша ала. Конкурстың йәш категориялары:
- 10-12 йәш;
- 13-15 йәш;
- 16-18 йәш;
- 19-25 йәш

Конкурстың икенсе турында ҡатнашыу өсөн 2024 йылдың 29 майынан 12 июненә тиклем хат-белдереүҙә күрһәтелгән һылтанма буйынса теркәлергә кәрәк. Хатта икенсе турға үтеү түраһында ҡарар ҙа була.

Тулыраҡ мәғлүмәт — ошонда: vk.cc/cwn9Ja.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: