Инйәр
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
2 Май , 15:08

Өфөлә экотакси эшләй

Айына ике тапҡыр водителдәр адрестар буйынса бушлай сыға, халыҡтан икенсел сеймал ала, уны ҡабул итеү пункттарына тапшыра, һуңынан ошо аҡсаға Өфө хосписы өсөн кәрәкле һәм файҙалы әйберҙәр һатып ала.

Яҙылыу өсөн +7 (917) 373-54-02 номеры буйынса «#СдалМусорПодарилЖизнь» проекты администраторы менән «Whatsapp» йәки «Telegram» аша бәйләнешкә инергә. Ғаризала исемеңде, адресыңды һәм бәйләнеш телефоныңды күрһәтергә кәрәк.

Ниндәй икенсел сеймал тапшырырға мөмкин?

 Пластик:
— эсемлектәр һәм көнкүреш химияһынан бушаған «1» маркалы пластик, «1» маркалы коррекстар (мәҫәлән, торт һауыты);
— «2» маркалы пластик (көнкүреш химияһы флакондары, шешә ҡапҡастары, йогурт һауыттары);
— «2» маркалы йомшаҡ пластик (ҡапсыҡтар, төрөү өсөн тәғәйенләнгән пленкалар);
— «5» маркалы ҡаты пластик;
— «6» маркалы күбекләнмәгән пластик (мәҫәлән, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба, йогурт һауыттары).

 Макулатура:
— ламинатланмаған ҡағыҙ һәм ҡатырға.

Металдар:
— алюминий банкалар;
— аэрозоль баллонсыҡтар;
— ҡалай банкалар.

Төрлө төҫтәге быяла.

Батарейкалар.

Тығындар, төймәләр һәм бижутерия («Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» оҫтаханаһы өсөн кәрәк — һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уларҙан тактиль стеналар эшләйәсәктәр).

Эшкәртеүгә сеймалды нисек әҙерләргә:

1. Һыу менән сайырға.

2. Фракция һәм маркировка буйынса сорттарға бүлергә (мәҫәлән, ҡалай банкаларҙы алюминийҙарынан айырырға).

3. Мөмкин булғанса ҡыҫырға.

4. Ирекмәнгә сеймалдың фотоһын ебәрергә кәрәк.

Килерҙән бер көн алда экотакси тураһында һеҙгә хәбәр итәсәктәр.

Шулай уҡ икенсел сеймалды һеҙ «Bardaka.net» пункттарына үҙаллы тапшыра һәм аҡсаһын һылтанма аша vk.cc/cwrtht «Ғүмер бүләк ит» фондына күсерә алаһығыҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: