Башҡортостан командаһы Рәсәйҙәге тәүге трансплант-уйындарҙа уңышлы сығыш яһаны. Ярыш йомғаҡтары буйынса Башҡортостан командаһы 26 миҙал яуланы: 9 алтын, 11 көмөш, 6 бронза. Турнирҙың төп геройы – районыбыҙҙың Абҙан ауылында тыуып үҫкән, гемодиализдағы Айнур Хәсәнов. Ул республика командаһына 4 алтын, 2 көмөш һәм 1 бронза миҙал алып килде. Ағзалар күсереп ултыртылған пациенттар араһында ярыштар 29 июлдән 31-енә тиклем Н.И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университетының спорт комплексында уҙҙы. Илдең барлыҡ төбәктәренән төрлө спорт төрҙәрендә 70-тән ашыу кеше ҡатнашты. Уларҙың йәше 18-ҙән 69-ға тиклем, ә транспланта-циянан һуң донорлыҡ органдары реципиенттарының ваҡыты өс айҙан 19 йылға тиклем тәшкил итте. Ярыштар бер нисә төрҙә уҙҙы: йөҙөү (25 м, 50 м, 100 м), бадминтон, дартс, футбол, шахмат, баскетбол, волейбол, йүгереү (100 м һәм 1 м), скандинавса йөрөү һәм өҫтәл теннисы. Ҡатнашыусылар өсөн өҫтәмә рәүештә йога, зумба, төньяҡ (скандинав) йөрөү һәм башҡа ярыштар буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Шәхси спорт төрҙәрендә һөҙөмтәләр айырым (ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар) — 18-29, 30-39, 40-45, 50-59 һәм 60 йәштәгеләр төркөмдәре араһында үтте. Шулай уҡ, уйын сиктәрендә донорлыҡ органдарын (бауыр, бөйөр, йөрәк) күсереп ултыртҡандан һуң йәки диализда булған пациенттарҙан ғына торған командалар араһында ла тәүге тапҡыр футбол, волейбол һәм баскетбол буйынса турнирҙар уҙҙы.
— Трансплант-уйындарға сәфәрҙе ойошторорға респуб-лика Хөкүмәте – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Баш-ҡортостандың социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙам итте. Бөтә ҡатнашыусыларға ла дипломдар тапшырылды, ә еңеүселәр һәм призерҙар миҙалдарға һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты был хаҡта А.Хәсәнов.
Диализда һәм трансплантациянан һуң пациенттарҙың спорт менән шөғөлләнеүе уларҙың йәшәү сифатын яҡшыртырға, операциянан һуң аяҡҡа баҫырға һәм яҡшы физик, эмоциональ тороштарын һаҡларға ярҙам итә тип билдәләй уйындарҙы ойош-тороусылар.
Автор Ә. Әхтәмова.
Фото А. Хасанов тарафынан ебәрелде.