Бөтә яңылыҡтар
Время героев
10 Декабрь 2021, 20:58

9 декабрь Архангел ере Бөйөк Ватан һуғышының хәбәрһеҙ юғалған тағы бер геройын ҡабул итте

9 декабрь Архангел ере Бөйөк Ватан һуғышының тағы бер геройын, 1942 йылдың сентябрендә хәбәрһеҙ юғалған Тәүәкәс ауылынан (1915 йылғы) Ҡунаҡҡолов Абелхәйер Ҡотлогилде улын ҡабул итте.

9 декабрь Архангел ере Бөйөк Ватан һуғышының хәбәрһеҙ юғалған тағы бер геройын ҡабул итте
9 декабрь Архангел ере Бөйөк Ватан һуғышының хәбәрһеҙ юғалған тағы бер геройын ҡабул итте
 Быйыл Калуга өлкәһенең Ульяновск районы Кутьково ауылы эргәһендә үткәрелгән эҙләнеү операциялары барышында уның һөлдәһе табылған. Һалдаттың шәхесе медальон нигеҙендә асыҡланған, яҙмаһы ла һаҡланған. Яугир «Дон» эҙәрмәндәр отряды, «Эҙләүсе» Тула өлкәһе эҙәрмәндәр үҙәге эшмәкәрлеге арҡаһында табылған. Улар бик ҡатмарлы, әммә бик мөһим эш алып бара. Командир Михаил Иванович Владимиров, командир урынбаҫары Федор Геннадьевич Тазов һәм эҙәрмән Андрей Владимирович Карачевский һалдаттың тыуған яғына, ата-әсәһенең тыуған яғына килде. Отряд шулай уҡ яугирҙең шәхси әйберҙәрен уның бер туған апаһына тапшырҙы.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор:Алия Ахтямова
Читайте нас в