

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Рәсәй – миллионлаған мосолман өсөн тыуған йорт. Беҙҙең илдә православие менән бергә ислам – дәүләтте барлыҡҡа килтереүсе дин. Республикабыҙҙа бөгөн ике миллиондан ашыу мосолман йәшәй. Башҡортостанда ислам динен тотоусылар быуаттар буйына күп милләтле илебеҙҙең ҡеүәтен нығытыуға, уның мәнфәғәттәрен яҡлауға тос өлөш индерә.
Биш йыл элек Заря ауылында тыуып-үҫкән Фәнис Ишмөхәмәтов башланғысы менән буласаҡ мәсеткә нигеҙ һалына башланғаны тураһында гәзитебеҙҙә яҙған инек. Ауылдаштары уның изге ғәмәлен хуплап, дәррәү тотондо.
— Максим Горькийҙа ҙур мәсет бар. Ул Мәзитов Батыргәрәй хәҙрәттең, халыҡ тырышлығы менән асылды һәм әүҙем эшмәкәрлек итеп, иман нурын тарата. Иман йорто булған ауылдың дәрәжәһе лә юғары тип уйлайым, — тигәйне ул саҡта Фәнис Сәлим улы.
Әсәһе Хәҙисә Мөхәмәтулла ҡыҙының йылын уҡытҡанда, Заряла иман йортоноң булмау мәсьәләһе күтәрелә. Ир-уҙаманда ғәзиз кешеһенең яҡты иҫтәлеге хөрмәтенә мәсет һалырға тигән теләк тыуа. Артабан районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Фәнзил Хисәметдинов менән кәңәшләшә, бер туған апаһы Зөһрә Минибай ҡыҙы ла ниәтен хуплай.
Элекке ауыл клубы урынында ер алып, документтарҙы рәсмиләштергәс, эште башлап ебәрә. Бинаны һалыуҙы үҙ өҫтөнә алһа ла төҙөлөш дауам иткән осорҙа туғандары, ауыл халҡы, Заряла тыуып, бөгөн ҡырҙа йәшәгән яҡташтары, башҡа битараф булмаған кешеләр кем ҡул көсө, кем аҡсалата, кемдер аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә. Зарялар йәш ир-уҙамандың ниәтен бер тауыштан күтәрҙе, мөһим саранан ситтә ҡалманы. Фәнис Сәлим улы, ауылдаштары — афарин!
Үткән ял көндәрендә, Ҡорбан байрамы алдынан, ниһайәт, “Хәҙисә” мәсете мосолман ҡәрҙәштәргә үҙ ишектәрен асты. Тантанала Фәнис Ишмөхәмәтов, Абдуллиндар нәҫеле, район Советы секретары Фәйез Йортомбаев, райондың имам-мөхтәсибе Фәнзил хәҙрәт Хисаметдинов, район Советы депутаттары Юлай Мәзитов, Альберт Рәхимов, Арх-Латыш ауыл хакимиәте башлығы Роберт Әмәкәсов, хәҙрәттәр, ағинәйҙәр, төрлө тарафтарҙан йыйылған ҡунаҡтар ҡатнашты. Телмәр тотоусыларҙың һәр береһе изге теләктәрен еткереп, бүләктәрен тапшырҙы. Фәнис Сәлим улының һөйләгәндәре айырыуса күңелдәргә үтеп инде. Район мәҙәниәт йорто артистары, үҙешмәкәрҙәр, ағинәйҙәр матур концерт номерҙарын күрһәтте.
Бына тулҡынландырғыс, ҡыуаныслы мәл етте. Ал таҫма киҫелде һәм бөтәһе лә ҙур, яҡты мәсеткә үтте. Күмәкләп тәүге аяттар уҡылды. Ауылға ҡот, илаһи моң өҫтәп аҙан тауышы яңғыраны. Артабан олоһо ла, кесеһе лә ҡорбан ашынан ауыҙ итте.
Хәҙер йома намаҙҙары, ғәйеттәр, исем ҡуштырыу, никах уҡыу изге йортта башҡарыласаҡ. “Хәҙисә” мәсетенең ишектәре байрам һәм йома көндәрендә генә түгел, һәр көн асыҡ булһын, өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә дин юлына тартылһын.
Дилара Бәҙретдинова.
А.Рәхимов фотоһы.