Инйәр
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Ноябрь , 15:37

Йәнле аралашыу — тура һәм ышаныслы

Район мәҙәниәт йортонда республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары ҡатнашлығында диалог майҙансығы ойошторолдо

Йәнле аралашыу — тура һәм ышаныслы
Йәнле аралашыу — тура һәм ышаныслы

Район мәҙәниәт йортонда республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары ҡатнашлығында диалог майҙансығы ойошторолдо. Унда район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре,  йәмәғәт палатаһы ағзалары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, дин әһелдәре һәм башҡа әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Сараның төп өлөшө башланыр алдынан Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары Роза Хузина һәм Олеся Шеметова махсус хәрби операцияға арналған “Үҙҙебекеләр өсөн” күргәҙмәһен ҡараны. Унда тематик картиналар, маскировка селтәрҙәре, “Маскировка оҫтаханаһы” ирекмәндәр хәрәкәте, “Йөрәктән-йөрәккә”  аралашыу үҙәге һәм балалар сәнғәт мәктәбе ярҙамында эшләнгән әйберҙәр күрһәтелде.

Осрашыуҙы райондың йәмәғәт палатаһы рәйесе Венер Монасипов алып барҙы. Сәләмләү һүҙе менән  район Советы секретары Фәйез Йортомбаев сығыш яһаны. Артабан Венер Монасипов залдағыларҙы райондың йәмәғәт палатаһының йыл дауамындағы эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы, “Маскировка оҫтаханаһы” ирекмәндәр хәрәкәте кураторы Наталья Кириллова районда коммерцияға ҡарамаған секторҙың үҫеше тураһында бәйән итте. Успенка һәм Троицкий ауылдары халҡының махсус хәрби операция зонаһына 200-ҙән артыҡ маскировка селтәрҙәрен үреп ебәреүҙәрен дә  билдәләп үтте.

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, “Беҙҙең Башҡортостан өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ” ирекмәндәр хәрәкәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса кураторы Олеся Шеметова иғтибарҙы махсус хәрби операцияға ярҙам итеү мәсьәләләренә йүнәлтте.  Ул “Беҙҙең Башҡортостан өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ” ирекмәндәр ойошмаһының барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырҙы һәм  сығарылған продукцияның ҡайһы бер өлгөләрен дә күрһәтте (бөтәһе 35 төр). Олеся Раисовна райондың битараф булмаған халҡын “Беҙҙең Башҡортостан өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ” ирекмәндәр ойошмаһы эшмәкәрлегенә ҡушылырға саҡырҙы.

— Һәр ярҙам һиҙелерлек һәм файҙалы буласаҡ. Тегеү һәм бәйләү оҫталары ғына түгел, маскировка селтәрҙәрен үреүҙе үҙләштерергә әҙер булғандар ҙа кәрәк, — тип билдәләне ул. Шулай уҡ йәмәғәт палатаһы аппараты, профилле комиссиялар, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ресурс үҙәге эшмәкәрлеге тураһында аңлатып үтте. Бөгөн яңғыраясаҡ  халыҡ мөрәжәғәттәрен өйрәнергә һәм артабан хәл итеү өсөн йәмәғәт палатаһы аппаратына тапшырырға вәғәҙә итте.

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһының мәҙәниәт, милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе гармонизациялау буйынса комиссия рәйесе Роза Хузина ойошманың эшмәкәрлеге һәм уның райондың милли-мәҙәни һәм дини берләшмәләре менән үҙ-ара эш итеүе хаҡында һөйләне.

Залдан ауылдарҙа мәҙәниәт усаҡтарының юҡлығы, юлдарҙы төҙөкләндереү, көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына ҡағылған һорауҙар яңғыраны. Фекер алышыуҙа төп баҫым коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы әүҙемләштереүгә, йәмәғәтселек вәкилдәрен палата эшендә ҡатнашыуға йәлеп итеүгә, шулай уҡ райондың инфраструктураһын үҫтереүгә яһалды.

Һөйләшеү аҙағында Өфө вәкилдәре менән йәнле аралашыу булды. Саҡырылған ҡунаҡтар халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе. Унда ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бөтә темаларға яуап ала алды.

Дилара Янбаева.

Альберт Рәхимов фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: