Яҡташыбыҙ Нәзир Раян улы Сөләймәнов Магнитогорск ҡалаһынан тыуған районына ҡайтып, 871-се һайлау участкаһында Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашҡан.
— Һайлауҙан сыҡҡас та “Рәхмәт — 2024” акцияһының ике билетын сайтта теркәнем. Бүләк отоу тураһында уйламаным да. Иртәгәһенә Өфөнән робот-саң һурҙырғыс отоуыбыҙ хаҡында хәбәр иттеләр. Көтөлмәгән яңылыҡҡа бигерәк тә кәләшем, Әлфиә Марат ҡыҙы, ҡыуанды. Робот-саң һурҙырғыс хужабикәләр өсөн ҙур табыш! Бына әле бүләгебеҙҙе алып ҡайтып киләбеҙ.
Һайлауға барыуҙы үҙемдең бурыс тип иҫәпләйем, уларҙы ҡалдырғаныбыҙ юҡ, уҙғарылған һайын йөрөйбөҙ, ә “Рәхмәт” акцияһын иғлан иткәс, унда барыу ҡыҙыҡ та була башланы, — тип шатлығы менән уртаҡлашты Нәзир Раян улы.
Дилара Янбаева.
Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.