2024 йылдың 10 сентябренә ҡарата, яҙғы һәм ужым бөртөклө культуралар “Үҙәк” МТС дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында — 1501 гектар майҙанда (план буйынса 2979 гектар), “Синергия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә — 97 гектар (344 га), Кузнецов КФХ-да — 20 гектар (120), Ниғәмәтйәнов КФХ-да — 20 гектар (130 га), Иванов КФХ-да — 20 гектар (60 га), Сабитов КФХ-да — 179 гектар (374 га) сабылған һәм һуғылған. Яҙғы бойҙай “Үҙәк” МТС-нда 1268 гектар сабылған, шуның 718 гектары һуғылған, Ниғәмәтйәнов хужалығында 50 гектар сабылып, 10 гектары һуғылған һәм Иванов КФХ-да 20 гектар ашлыҡ йыйылған. “Синергия” — 10 гектар, Ниғәмәтйәнов хужалығы — 20 гектар, Сабитов КФХ-һы 79 гектар арпа һуҡҡан. Шулай уҡ һоло “Үҙәк” МТС-нда — 98 гектар, Кузнецов КФХ-нда 20 гектарҙа йыйып алынған. Сабитов КФХ-һы ужым культураларын сәсеүгә 87 гектар ерҙе парға һөргән.
Район буйынса мал аҙығы өсөн 4220 гектар үлән сабылған, 4850 тонна бесән (72,09 процент) һәм 3100 тонна сенаж (44,84 процент), 2100 тонна силос (34,71 процент), 500 тонна һалам әҙерләнгән.
Фәнил Ғәлиев,
район мәғлүмәт-консультация үҙәгенең баш агрономы.
Автор фотоһы.