Инйәр
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
11 Сентябрь , 12:27

80,21 процент тауыш — ғәмәлдәге етәксе өсөн

Башҡортостан Башлығы  Радий Хәбиров участка һайлау комиссиялары протоколдарының 100 процентын эшкәртеү һөҙөмтәләре буйынса, һайлаусыларҙың 80,21 процент тауышын йыйған

80,21 процент тауыш — ғәмәлдәге етәксе өсөн
80,21 процент тауыш — ғәмәлдәге етәксе өсөн

Башҡортостан Башлығы  Радий Хәбиров участка һайлау комиссиялары протоколдарының 100 процентын эшкәртеү һөҙөмтәләре буйынса, һайлаусыларҙың 80,21 процент тауышын йыйған. 2019 йылдың сентябрендә үткән  һайлауҙарҙа  ул 82,02 процент һөҙөмтә менән еңгән ине.

 Башҡа ҡатнашыусылар араһында ла тауыш бүленешен күҙәтеү ҡыҙыҡлы. Коммунистар партияһынан Артур Шәйнуров — 6,9 поцент, ЛДПР-ҙан Иван Сухарев  4,98 процент тауыш алған. Башҡа кандидаттар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаған: СРЗП-нан Владимир Нагорный — 4,26 процент, ә “Яңы кешеләр” партияһынан Илшат Тимерйәнов 2,6 процент туплаған.

Һайлаусыларҙың 69,18 проценты тауыш биреүҙә ҡатнашҡан, был башҡа төбәктәр араһында ярайһы уҡ юғары күрһәткес. Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов һүҙҙәренсә, тауыш биреү тамамланған мәлдә ике миллиондан ашыу кеше тауыш биргән.

Район буйынса 34 участка һайлау комиссияһы эшләне. Улар 6, 7, 8 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем халыҡты ҡабул итте. 6 сентябрь эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, һайлау участкаларының ҡайһы берҙәрендә иртүк  сираттар күрергә мөмкин булды. Берәүҙәр эшкә барышлай инеп сыҡһа, икенселәре, ял көндәрендә башҡа мәшәҡәттәр менән шөғөлләнгәндә уларҙан айырылмаҫ өсөн алдан уҡ гражданлыҡ бурыстарын үтәне. Күҙәтеүселәр әйтеүҙәренсә,  шәмбе һәм йәкшәмбелә төшкә ҡарай һайлаусылар ағымы көсәйгән. Ҡаланан, ҡырҙан эштән  ҡайтыусылар күп булған.

Һайлау участкаларында ҡул оҫталарының сағыу күргәҙмәләре, оҫталыҡ дәрестәре, ауыл һәүәҫкәрҙәренең концерттары тәҡдим ителде, урындағы фельдшерҙар киҙеү менән ауырыуҙың эҙемтәләрен аңлатып, теләгәндәргә прививка яһаны, ҡан баҫымдарын да үлсәне.

Республика Башлығын, Архангел район Советына депутаттар һайлауҙа район хакимиәте башлығы Айрат Закир улы Сәйетғәлин да үҙ өлөшөн индерҙе. Ул район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан  871-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

— Бөгөн Архангел районы халҡы өсөн мөһим һайлау. Киләсәгебеҙ республикабыҙ етәкселегенә кем килеүенә бәйләнгән. Беҙ  тыуған еребеҙҙең яҙмышын ышаныслы ҡулдарға тапшырырға тейешбеҙ. Ныҡлы ышаныс, яҡты өмөттәр менән  лайыҡлы тип тапҡан кандидатҡа тауыш бирҙем.  Депутаттарға килгәндә, улар эшлекле, йүнсел, илһөйәр булырға, район өсөн күпте эшләргә тейештәр, — тине район хакимиәте башлығы.

Максим Горький  ауылындағы 873-сө һайлау участкаһына халыҡ иртүк гражданлыҡ бурысын үтәргә ашыҡты. Зөлфиә һәм Ринат  Йәнешевтар, Гүзәл һәм Николай Смирновтар сараға ҡыҙҙары менән килде. Абҙан ауылындағы 869-сы һайлау участкаһында  Ширияздановтар,  Юлмөхәмәтовтар ҙа балалары менән ҡатнашты. Зәйеттән Хажиәхмәтовтар, Ғафаровтар, Ишморатовтар, Оҙондарҙан Бәҙретдиновтар, Зарянан Мозафаровтар һәм башҡа райондаштарыбыҙ тотош ғаиләләре менән килеп, ил етәксеһен һайланы.

Убалар, Муллаҡай,  Көмәрле, Тирәкле, Зәйет һәм башҡа ауылдарҙың фольклор төркөмдәренең сығыштары, һайлауға милли кейемдә килеүселәр сараға йәм өҫтәне, халҡыбыҙҙың  йөҙөн билдәләп кенә ҡалмай, уның рухын, абруйын күтәрҙе.

Һайлаусылар исемлегендә быйыл тәүге тапҡыр конституцион бурысын үтәп, тауыш биреүсе йәш райондаштарыбыҙ ҙа күп булды. Йәш быуындың үҙ киләсәгенә битараф булмауы, һайлауҙарҙа ҡатнашыуға етди ҡарауы, әлбиттә, һөйөнөслө хәл. Уларға йола буйынса комиссия ағзалары иҫтәлеккә бүләктәр тапшырҙы.

Һайлау участкаһында күсмә һайлау комиссияһы ағзалары алдан ғариза биреүселәрҙе, йәки шылтыратып әйтеүселәрҙе, шул иҫәптән оло йәштәгеләрҙе, сирлеләрҙе өйҙә тауыш биреү мөмкинлеге менән дә файҙаланып, өйҙәренә барып һайлатты.

Вәзихә Рамазан ҡыҙы Төхвәтуллина (90 йәш) менән Хәлит Ғайса улы Хәсәнов (93 йәш) — Көмәрле ауылының иң оло кешеләре. Зәйет ауылынан һигеҙ бала әсәһе  Хәмиҙә Шәкирйән ҡыҙы Мостафина тауыш биреү өсөн тәүгеләрҙән булып һайлау участкаһына үҙ аяҡтары менән килеп еткән. 100 йәшлек ағинәйҙәр: Абҙан ауылынан Ҡужәхмәтова Шәрифә Иҫәнғәле ҡыҙы, Архангел ауылында йәшәүсе Мәрхәбә Мөхтәр ҡыҙы Бәҡирова бер ваҡытта ла һайлауҙан ҡалғандары юҡ. Оҙондар ауылының хөрмәтле оло кешеләре Рәйсә һәм Фәйрүз Фәйзуллиндар, Зөфәр Дәүләтша улы Фәйзуллин, Тәүәкәстән Нәзирә Нурғәли ҡыҙы Мостафина, Камила Тимерғәли ҡыҙы Мырҙабаева, Фәүзиә Фәхрислам ҡыҙы Мағазова һәм башҡа ағинәйҙәр һәм ил ағалары республика етәксеһен һайлауҙа әүҙемлек күрһәтте.

Һайлау участкаларында 6, 7, 8 сентябрҙә “Рәхмәт – 2024” акцияһы ойошторолдо, шулай уҡ “Рәхмәт” акцияһының беләҙектәре таратылды. “Рәхмәт – 2024”  буйынса бүләктәр уйнатҡанда Аҙау ауылынан Нәзир Сөләймәнов һәм  Архангел ауылынан Светлана Панфилова робот-саң һурҙырғыс отто.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ҙә Башҡортостан яҙмышына, балаларының яҡты киләсәгенә ҙур өмөттөр бағлай.  Республиканан ситтә Ватан һағында уяу торған яҡташтарыбыҙ  төбәкте лайыҡлы кандидат, көслө шәхес  етәкләйәсәгенә ҙур ышаныс белдерә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялда булыусы яҡташтарыбыҙ һайлау участкаларына килеп тауыш биреүҙе мөһим  гражданлыҡ бурысы итеп иҫәпләп, Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашты.

Ниһайәт, өс  көн дауамында республика халҡына байрам бүләк иткән, шулай уҡ көсөргәнештә тотҡан мөһим сәйәси сара тамамланды. Райондың бөтә һайлау участкалары тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үҙ эшен башҡарҙы, һайлаусылар ҙа әүҙемлек күрһәтте.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: