Инйәр
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Сентябрь , 15:54

Терроризмдың сиге, милләте һәм дине юҡ

Йыл һайын 3 сентябрҙә илебеҙҙә терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө билдәләнә.

Терроризмдың сиге, милләте һәм дине юҡ
Терроризмдың сиге, милләте һәм дине юҡ

Терроризм — ҡаты енәйәт. 2004 йылда Бесланда ойошторолған террор ғәмәле бығаса булмаған ҡанһыҙлығы һәм кешелекһеҙлеге менән айырылды. Ошо ваҡиғанан һуң 20 йыл үтһә лә, йөрәк ауыртыуҙары тынмай, һәм бер ҡасан да тынмаясаҡ.

1 сентябрҙә Белем байрамы  ваҡытында террорсылар Бесландағы 1-се мәктәпкә һөжүм итә. Линейкала 1000-дән ашыу кеше ҡатнаша. Уларҙың барыһын да бандиттар мәктәпкә алып инә һәм унда өс көн тиерлек ҡот осҡос шарттарҙа әсирлектә тота. Тотҡондарға  эсергә лә, ашарға ла бирмәйҙәр. Мәктәп бинаһына миналар һалына. 3 сентябрҙә белем усағына штурм яһала, уның барышында операцияла ҡатнашҡан бер нисә тиҫтә рәсәй махсус бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре үлтерелә. Теракт һөҙөмтәһендә 333 кеше һәләк була, шуларҙың 186-һы 1 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар.

Бесландағы теракт Рәсәйҙең яңы тарихында иң ҙур һәм кешелекһеҙ ғәмәлдәрҙең береһе һанала. Тап Беслан ҡорбандары иҫтәлегенә Рәсәйҙә 2005 йылдың 21 июлендә  “Рәсәйҙең хәрби дан көндәре (еңеү көндәре)” тураһындағы  федераль законға үҙгәрештәр индерелеп, терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнө булдырыла.

3 сентябрҙә илебеҙҙә булған бөтә террор ғәмәлдәренең ҡорбандарын иҫкә алабыҙ, ошондай фажиғәне иҫкәртеүҙә һәм әсирҙәрҙе ҡотҡарыуҙа һәләк булған көс структуралары хеҙмәткәрҙәренә хөрмәт күрһәтәбеҙ. Был көндө Беслан, Волгоград, Буйнакск, Мәскәү, Санкт-Петербург, Первомайск, Буденновск, Волгодонск, Владикавказ кеүек теракттар булған ҡалаларҙа, шулай уҡ бөтә Рәсәйҙә иҫтәлекле акциялар үтә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн террористтарҙың эшмәкәрлеге менән теләһә ниндәй йәмәғәт урындарында осрашырға мөмкин. Башкиҫәрҙәр әсирлеккә ала, халыҡ күп йыйылған урындарҙа шартлауҙар ойоштора, ҡорал ҡуллана.  Бер ғәйепһеҙ кешеләр уларҙың ҡорбандарына әйләнә.  Терроризмдың сиге, милләте һәм дине юҡ. Ул кешеләрҙең именлегенә һәм ғүмеренә хәүеф тыуҙыра, ғаилә ҡиммәттәрен һәм йәмғиәттәге тотороҡлолоҡто емерә.

Был көрәштә һәр беребеҙҙең үҙ роле бар. Тыныслыҡты һаҡлау мәнфәғәтендә уяулыҡ, аңлылыҡ һәм уйлап эш итергә әҙерлек күрһәтеү мөһим. Бер-беребеҙгә ҡарата дуҫ, сабыр, иғтибарлы һәм ихтирамлы булайыҡ.

Д.Фәтихова.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: