Йыл һайын был көндә ҡулдарына аллы-гөллө сәскәләр тотҡан уҡыусылар, шулай уҡ байрамса кейенгән ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр иртә менән балалары тәрбиәләнгән мәктәптәргә ашыға. Белем көнө райондың барлыҡ белем биреү учреждениеларында ойошҡан билдәләнде. Унда уҡыусыларҙан һәм уҡытыусыларҙан тыш, район хакимиәте вәкилдәре, район Советы депутаттары, ауыл биләмәләренең хакимиәт башлыҡтары, педагог-ветерандар, ата-әсәләр ҡатнашты. Улар яңы уҡыу йылы алдынан уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.
Район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин 2-се Архангел мәктәбендә уҙған тантаналы линейкала ҡатнашып, һәммәһен дә 1 сентябрь менән ҡотлап: “Хөрмәтле уҡытыусылар, еңел булмаған һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, түҙемлек, сәләмәтлек юлдаш булһын. Уҡыусылар, һәр саҡ белемгә ынтылып, ата-әсәләрегеҙҙе яҡшы билдәләр менән ҡыуандырып тороғоҙ”, — тине.
Барлыҡ мәктәптәрҙә лә ялҡынлы телмәрҙәр айырыуса беренселәр һәм сығарылыш класс уҡыусылары тарафына юлланды, уҡыу алдынғыларына, спорт һәм башҡа сараларҙа еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Тәбрикләүҙәр балаларҙың йырлы-моңло сағыу сығышы менән үрелеп барҙы. Кескәйҙәр өлкән класс уҡыусыларының дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, изге маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләне һәм яҡшы уҡырға, тәртипле булырға вәғәҙә бирҙе, тантананы шиғырҙары менән байытты. Белешмә өсөн: быйыл район буйынса 155 беренсе класс уҡыусыһы тәүге тапҡыр мәктәп тупһаһы аша атланы. Былтыр 189 кеше булған. 1-се класҡа аталары МХО-ла йөрөгән һигеҙ бала уҡырға төшкән.
Аҡ таҫмалар, алъяпҡыстар һәм классик костюмдар — кисәге балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре бөгөн мәктәп формаһына кейенгән. Улар класташтары менән иңгә-иң терәшеп, 9-сы, 11-се класҡа тиклем белем илен бергә буйлаясаҡ. Ҡабатлау таблицаһы, өй эштәре, контроль тикшереүҙәр — бындай еңел булмаған бурыс сабыйҙарҙың иңенә төшә кеүек. Әммә бәләкәстәрҙең көслө тылы бар — хәстәрлекле ата-әсәләре, тәжрибәле остаздары һәр ваҡыт ярҙам итәсәк.
Һағынып көткән еҙ ҡыңғырау яңғыраны. Ун беренселәр өсөн ул һуңғы уҡыу йылына саҡырыу булһа, беренселәрҙе таныш булмаған яңы мәктәп тормошона әйҙәне.
Алда мауыҡтырғыс яңы уҡыу йылы. Ул балаларға ла, ололарға ла тик бәхетле, ҡыуаныслы мәлдәр килтерһен. Яңы асыштар, тәрән белем, мәктәп фәндәрендә уңыш һәм һәр уҡыусы өсөн танылыу йылы булһын!
Зилә М., 1-се класс уҡыусыһы әсәһе:
— Мәктәп линейкаһы матур, ойошҡан уҙҙы. Ҡояш та сағыу йылытты. 11-се класс үҫмерҙәре матурҙар, ыҫпайҙар. Кисәге шуҡ малайҙар һәм ҡыҙҙар етдиләнеп киткән. Улым 1-се класҡа килде. Беренселәргә ҡарап, күҙҙәремдән шатлыҡ йәштәре күренде. Был байрам шул тиклем тулҡынландырғыс.
Әйткәндәй, яңы уҡыу йылында “Ватан именлеге һәм уны һаҡлау нигеҙҙәре”, “Хеҙмәт (технология)” предметтары уҡытыуға индерелә. Тыуған ил именлеген һаҡлау курсында “Шәхестең, йәмғиәттең, дәүләттең хәүефһеҙ һәм тотороҡло үҫеше”, “Хәрби әҙерлек. Хәрби белем нигеҙҙәре” бүлектәре лә буласаҡ.
Башҡортостанда мәктәптәрҙә яңы уҡыу йылынан дәрестәрҙә кеҫә телефондарын ҡулланыуҙы тыйыу индерелә. Мәғариф тураһындағы республика законына тейешле үҙгәрештәр индерелде.
Законға ярашлы, уҡыусы «белем биреү программаларын үҙләштереүҙә, уҡыу дәрестәрен үткәргәндә күсмә радиотелефон элемтәһе сараларын ҡулланмаҫҡа тейеш, уҡыусыларҙың, белем биреү эшмәкәрлеген алып барған ойошма хеҙмәткәрҙәренең ғүмеренә йәки һаулығына хәүеф янаған осраҡтарҙан тыш».
Дилара Янбаева.
Ильмир Ҡаһарманов фотоһы.