Лилиә Сәйғафарова, район мәғариф бүлеге начальнигы:
— Уҡытыусы һөнәренең абруйын һаҡлау һәм арттырыу йәһәтенән районда байтаҡ мөһим эштәр башҡарыла. Заман талаптарына ярашлы уҡыу кабинеттары йыһазландырыла, педагогтарға эшләү, балаларға белем алыу өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килә.
28 августа район мәҙәниәт йортонда “Асыҡ белем биреү киңлеге: партнерлыҡ, ышаныс, яуаплылыҡ” тигән исем аҫтында мәғариф буйынса август кәңәшмәһе үтте. Бөтә район уҡытыусыларын һәм тәрбиәселәрен йыйған был ваҡиға уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһау, мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн хеҙмәттәштәрҙе хөрмәтләү һәм киләсәккә маҡсаттарҙы билдәләү майҙанына әүерелде.
Конференция башланыр алдынан саҡырылған ҡунаҡтар, педагогтар, ата-әсәләр мәҙәниәт йортоноң фойеһында һәм дискозалында ойошторолған “Үҫеш нөктәһе” мәғариф үҙәгенең, “Беренселәр хәрәкәте” Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең презентацияларын ҡараны, “Балалар йәнһүрәте донъяһы” күргәҙмәһе, Ауырғазы күп профилле колледжының райондағы филиалының һатыу-күргәҙмәһе менән танышты.
Пленар ултырыш Рәсәй Федерацияһының мәғариф министры Сергей Кравцовтың видео мөрәжәғәтнамәһе менән асылды. Ул мәғарифта төп ҡаҙаныштарҙы һәм киләсәккә пландарҙы, яңы уҡыу предметтарын индереү, мәктәп инфраструктураһын камиллаштырыу һәм уҡытыусыларға ярҙам итеү тураһында белдерҙе. Артабан район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин педагогтарҙы, ветеран-уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе һәм уҡыусыларҙы сәләмләп, яңы уҡыу йылы менән ҡотланы. Тәбрик һүҙҙәрен шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Илһам Фәтҡуллин, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы бүлеге начальнигы Айгөл Байрамғолова еткерҙе.
Райондың мәғариф бүлеге начальнигы Лилиә Сәйғафарова сығышында үткән уҡыу йылында муниципалитеттың мәғариф системаһындағы хәлде анализлап, ыңғай яҡтарҙы ла, ҡаршылыҡтарҙы ла билдәләне. Шулай уҡ яңы уҡыу йылында район мәғарифын үҫтереүҙең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең һәм яңы башланғыстар индереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. 2-се Архангел мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор советнигы Наталья Чепайкина “Бала саҡ навигаторҙары: күп бурысты үтәү уңышҡа асҡыс”, райондың ата-әсәләр йәмәғәтселеге вәкиле Нина Кривцова “Ата-әсәлек һәм ғаилә — заман йәмғиәтенең ҡиммәте” тигән докладтарында балаларҙы төрлө йәмәғәт берләшмәләренә, социаль проекттарға, грант конкурстарына йәлеп итеү, Ғаилә институтын нығытыу темаларын яҡтыртты.
Матур йола буйынса август кәңәшмәһе сиктәрендә юғары һөнәри кимәле, үҫеп килеүсе быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү эшендә намыҫлы хеҙмәттәре өсөн педагогик хеҙмәт ветерандарын, юбилярҙарҙы, уҡытыусыларҙы һәм тәрбиәселәрҙе тәбрикләү тантанаһы уҙҙы.
Үҫеп килеүсе быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау грамотаһы менән: С.Б.Тараканова (Архангел ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе), К.И.Хисмәтуллина (Благовещенка мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы), Л.А.Ширяева (2-се Архангел мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы) бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы район биләмәһендә дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын ойоштороу һәм үткәреүҙең юғары һөнәри кимәле өсөн М.И.Колоярцеваға (1-се Архангел мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы), А.А.Комзаловаға (Ҡыҙыл Еҙем мәктәбенең химия, биология уҡытыусыһы) рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы социаль туҡланыу өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн О.С.Голубеваға (Архангел ауылы “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының ашнаҡсыһы), Н.Х.Зәйетҡоловаға (Оҙондар мәктәбенең ашнаҡсыһы), Ә.З.Сәфәрғәлинаға (Баҡалды мәктәбенең ашнаҡсыһы) Рәхмәт хаттарын юлланы.
Үҫеп килеүсе быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы С.Һ.Рамазановаға (Зәйет мәктәбенең директоры), Ф.Ф.Хәсәноваға (Ҡыҫынды мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы) бирелде. Күп йыллыҡ һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы Н.А.Ивановҡа (2-се Арханегел мәктәбенең мәктәп автобусы водителе), Л.Ғ.Сөләймәноваға (район мәғариф бүлеге сәркәтибе), С.Ғ.Фәттәховаға (Баҡалды ауылы балалар баҡсаһының тәрбиәсе ярҙамсыһы) тапшырылды.
Район хакимиәте шулай уҡ IV “Кәрәҙҙәр” республика педагогик марафонында уңышлы ҡатнашҡандары өсөн М.И. Колоярцеваны, В.М.Моисеевты (1-се Архангел мәктәбенең йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы), С.А.Рубинды (1-се Архангел мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы), Т.Л.Сарычеваны (1-се Архангел мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы), Н.Н.Харьконы (1-се Архангел мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы), Е.М.Шалькованы (1-се Архангел мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы) Рәхмәт хаттары менән билдәләне.
Үҫеп килеүсе быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн муниципаль район Советының Маҡтау грамотаһы менән: Р.М.Бәхтийәрова (Благовещенка мәктәбенең директоры), М.П.Сергеева (Орловка ауылының башланғыс мәктәбе тәрбиәсеһе), Л.В.Чепайкина (Максим Горький мәктәбенең технология уҡытыусыһы) бүләкләнде.
Үҫеп килеүсе быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамотаһы Г.Ҡ.Ғизәтуллинаға (Архангел ауылының “Әкиәт” балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе), Т.Н.Головановаға (Ырныҡшы мәктәбенең химии һәм биологии уҡытыусыһы), М.Р.Зәғиҙуллинаға (1-се Архангел мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы), Н.Г.Ноғамановаға (Архангел ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе), Г.В.Йәрмуллинаға (район мәғариф бүлегенең тәрбиә эштәре буйынса методисы) тапшырылды.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн район мәғариф бүлегенең Маҡтау грамотаһы менән: Ф.Б.Ғарифуллин (Благовещенка мәктәбенең мәктәп автобусы водителе), С.Р.Ғизәтуллина (Абҙан мәктәбенең тәрбиәсе ярҙамсыһы), Ф.Т.Минйәшев (Айытмәмбәт мәктәбенең кочегары) билдәләнде.
Район биләмәһендә дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын ойоштороу һәм үткәреүҙең юғары һөнәри кимәле өсөн район мәғариф бүлеге Р.Д.Мәзитоваға (Максим Горький мәктәбенең география уҡытыусыһы), Т.А.Казаковаға (Ҡыҙыл Еҙем мәктәбенең информатика уҡытыусыһына) рәхмәт белдерҙе.
Район мәғариф бүлеге юғары кимәлдә мәктәпкәсә белем биреү сифатына мониторинг үткәргәндәре өсөн Л.Б.Әбсәләмоваға (Архангел ауылының “Әкиәт” балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе), Г.Р.Ғимәлееваға (Архангел ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе), Н.Н. Мальковаға (Архангел ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының мөдире), А.Р.Сәйфуллинаға (Архангел ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе), Г.Ғ.Смирноваға (Заря ауылының “Чебурашка” балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе) рәхмәтен еткерҙе.
Рәсәй Федерацияһы Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре Профсоюзының Башҡортостан Республика ойошмаһының Архангел район ойошмаһы күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн: И.Ә.Әхмәтйәновҡа (“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге тренер-уҡытыусыһы), Н.И.Брандтҡа (Ырныҡшы мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), В.М.Ғәрифуллинаға (Ҡыҙыл Еҙем мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), Е.С.Лапинаға (1-се Архангел мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), В.Ю.Нарсеевҡа (1-се Архангел мәктәбенең физика уҡытыусыһы), В.Ф.Сәғәҙәтоваға (Архангел ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе), Р.Ш.Сөләймәноваға (Аҙау мәктәбенең директоры), А.Б.Солтановҡа (Ҡыҫынды мәктәбенең физик культуры уҡытыусыһы), И.Я.Хайсароваға (Максим Горький мәктәбенең уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары), Ф.Ф.Хәсәноваға (“Импульс” балалар ижады һәм спорт үҙәге директоры), В.П.Безруковаға (Ырныҡшы мәктәбенең йыйыштырыусыһы), З.М.Һантимероваға (Ырныҡшы мәктәбенең хужалыҡ буйынса директор урынбаҫары), Г.С.Хөсәйеноваға (Тәүәкәс мәктәбенең йыйыштырыусыһы), Р.Н.Төлкөбаевҡа (район мәғариф бүлегенең вахтеры) Рәхмәт хаты юлланды.
Конференцияның биҙәге булып мәктәп, балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары һәм район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары әҙерләгән вокаль һәм хореография номерҙары торҙо.
Дилара Бәҙретдинова.
Ильмир Ҡаһарманов фотоһы.