Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының имам-мөхтәсибе Хәмзә хәҙрәт Хафизов үткән аҙна районыбыҙға килде. Уның исеме халыҡ араһында махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән имам булараҡ билдәле. Сәфәренең маҡсаты — Украиналағы бәрелештәрҙә изге бурыстарын үтәгән ир-егеттәребеҙҙең баш иҫәнлеге, именлеге өсөн Ҡорбан салып, күмәкләп доға ҡылыу.
Хәмзә Хафизов башта район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин менән осрашты. Һөйләшеү барышында улар бөгөнгө ваҡиғаларға күҙәтеү яһап, яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам күрһәтеүҙең мөһимлегенә баҫым яһаны. Артабан дин әһеле Максим Горький ауылының “Сулпан” мәсетенә юлланды. Бында Ҡорбан салыу йолаһы уҙғарылды. Сарала Хәмзә хәҙрәт, район Советы секретаре Фәйез Йортомбаев, район хакимиәте башлығының урынбаҫары Виктор Пьянов, имам-хәҙрәттәр, Арх-Латыш ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың һәм күрше ауыл кешеләре ҡатнашты. Ҡыҫынды ауылының крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Хәйретдин Исламғолов ҡорбанға атап ат бирҙе. Ҡорбан итенән Максим Горький, Горный, Заря, Убалар ауылдарының ҡатын-ҡыҙҙары һалдаттар өсөн быҡтырылған ит әҙерләйәсәк һәм уларҙы сираттағы гуманитар ылау менән махсус хәрби операция зонаһына оҙатасаҡ.
“Сулпан” мәсетендә ғәҙәттәгесә халыҡ күп булды. Ололар ҙа, йәштәр ҙә, балалар ҙа ихлас йөрәктән доға ҡылды. Йыйын йылы мөхиттә үтте. Аяттар уҡылып, вәғәздәр тыңланды. Сара мул һыйлы табын артында сәй эсеү менән тамамланды.
Баймаҡ районының имам-мөхтәсибе Хәмзә хәҙрәт Хафизов:
— Кеше тәненә ризыҡ, ә йән өсөн рухи аҙыҡ мөһим. Яугирҙәргә әхлаҡи, психологик ярҙам кәрәк. Шуға күрә беҙ улар янында булырға тейешбеҙ. Яу яланында иң иманһыҙ кеше лә доға ҡыла һәм Аллаһы Тәғәлә тураһында уйлай башлай.
Республикабыҙ хөкүмәтенә ҙур рәхмәт, һәр яҡтан хәстәрлек күрәләр. Гуманитар ярҙамлы эшелондар, ылауҙар бер-бер артлы килеп тора. Аҙыҡ-түлектән алып бронежилеттарға һәм техникаға тиклем бөтә нәмәне ебәрәләр.
Бар илебеҙ менән изге теләктә булайыҡ, тыныс тормош, яугирҙәребеҙҙең иҫән ҡайтыуҙарын һорайыҡ, күберәк кеше теләһә, тиҙерәк барып етә. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең яҡта, барыһы ла яҡшы буласаҡ.
Дилара Бәҙретдинова.
Фото — район хакимиәте сайтынан.