Бер нисә район хужалыҡтары иртә майлы культураларҙы: рапс, гәрсис һәм етенде йыйыуға тотонған. Дүрт районда шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу башланды (Әлшәй, Благовар, Дәүләкән, Илеш). Бөгөнгә 2 мең гектар татлы тупланған, 84 мең тонна ҡаҙып алынған, уртаса уңыш гектарына 475 центнер. Бөгөнгә 70 мең гектарҙан ашыу ужым культуралары сәселгән, йәғни пландың 18 проценты.
Республикала мал аҙығы әҙерләү кампанияһы дауам итә. 2 сентябргә мал аҙығы культураларының 66 проценты сабылған, был яҡынса 528 мең гектар. Аграрийҙар бөтәһе 1,1 миллион тоннанан ашыу сенаж (пландан 100 процент) һәм 81 мең тонна бесән әҙерләгән ( 63 процен). Силос бөгөнгә 81 мең тонна әҙерләнгән.
Дөйөм алғанда, республика буйынса 1 шартлы мал башына 15 центнерҙан ашыу тупаҫ һәм һутлы мал аҙығы берәмеге (планға ярашлы ихтыяждың 61 проценты).
Дилара Янбаева.
Ф.Ғәлиев фотоһы.