Инйәр
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Август 2024, 12:58

“Тән буйлап бер һыуыҡ, бер эҫе йүгерә”

Ҡыҫынды мәктәбенең 9-сы класын тамамлаған үҫмер Стәрлетамаҡ политехник техникумында иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Артабан армия сафына саҡырылып, Йәһүд автономиялы өлкәһенең  Биробиджан ҡалаһында ҡоро ер ғәскәрҙәренең 61-424 –енсе часында пехотасы булып Ватан алдында изге бурысын үтәй. 2017 йыл әрменән ҡайтҡас, хеҙмәт юлын Рәсәй Эске эштәр министрлығының  Өфө ҡалаһы буйынса идаралығында полиция хеҙмәткәре булып башлай. Дим биҫтәһендә фатир ала, Дания исемле һөйгәне менән өйләнешергә ниәт ҡыла.

“Тән буйлап бер һыуыҡ, бер эҫе йүгерә”
“Тән буйлап бер һыуыҡ, бер эҫе йүгерә”

Тыҡылдап-тыҡылдап ҡына китеп барған эликтричка тауышына йоҡомһорап, иренеп кенә тәҙрәнән ялан-ҡырҙарҙы күҙәтеп барған егет башҡа пассажирҙарҙан бер нимәһе менән дә айырылмай. Тыныс тормошта ул  ябай кешеләр араһында “иреп юғалған”. Быҫҡаҡлап ҡына яуған ямғыр тәгәрмәстәр тыҡылдауына ҡушылып, тәмле йоҡоға тарта. “Тегендә” баш төртөлгән ерҙә нимә етте шуны түшәп, бик йыш түшәкһеҙ-ниһеҙ бер-ике сәғәт булһа ла серем итеп алырға өлгөргән кешегә  был мөхит ожмахтай.  Махсус хәрби операцияға бармаһа  ҡәҙимге тормоштоң ябай ғына нәмәләренә ул тиклем мәғәнә бирмәҫ тә, ҡәҙерен белмәҫ тә ине.

Махсус хәрби операцияны беҙ бөгөн һуғыш тип телгә алабыҙ. Эйе, һуғыш... Бер кемде аямаған, ир- егеттәрҙең ғүмерен өҙгән, аяҡ-ҡулһыҙ ҡалдырған ғәрәсәт. Өлөшләтә мобилизацияға эләккәндәрҙең артынан үҙ теләктәре менән ил сиген һаҡларға киткәндәр туп-тулы. Ҡыҫынды егете Альберт Ильяс улы Чувилов та бынан бер йыл элек махсус хәрби операцияға юлланған. “Ҡайҙа барғанығыҙҙы белгәнһегеҙ.Ҡурҡыныс түгелме?” — тигән һорауыма: “Беҙ бармаһаҡ, кем бара. Башҡалар һуғышта йөрөгәндә өйҙә  ҡалып булмай бит”, — тип яуапланы.

Юлдашымдан ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына тағы һорай ҡуйҙым:

— Махсус операцияға үҙ теләгегеҙ менән  ҡасан киттегеҙ?

— 2022 йылда махсус хәрби операция башланғас, күп иптәштәрем, таныштарым яу яланына оҙатылды. Мин дә Украинаға барыу тураһында уйлана башланым. Атай-әсәйемә, туғандарыма әйтмәй хәрби комиссариатҡа килдем, тик кире ҡайтарып ебәрҙеләр. 2023 йылдың июнендә ҡабат килгәс,  ғаризаны ҡабул иттеләр. Яҡындарым  бармаҫҡа тип күпме генә өгөтләһәләр ҙә,  күндерә алманы.  Бер төркөм егеттәр менән 12 июнь Дим хәрби комиссариатынан Һамар өлкәһенә йүнәлдек.  Ике ай хәрби уҡыуҙарҙан һуң, Башҡортостанға ҡайтып килә һалдым. Артабан “Башҡортостан” полкы составына ингән Мөғин Нуғаев исемендәге гаубицалы артиллерия дивизионы составында Украинаға оҙатылдыҡ.

— Һеҙҙең позывнойығыҙ?

— Хәрби иптәштәр миңә “Чувик” тигән яу исемен бирҙе. Фамилияма яҡынлаштырыптыр инде.

— Бөгөн ниндәй дәрәжәлә хеҙмәт итәһегеҙ?

— Мин офицер, взвод командиры.

— Командир булыу нисек?

— Командир эше ҡатмарлы, сөнки һин һәр егетең өсөн яуап бирәһең. Яуға ингәндә лә үҙең өсөн түгел, ә шәхси состав өсөн борсолаһың. Ата-әсә, һөйгәнең икенсе урынға ҡала.

 — Бәрелеш көткәндә тулҡынландырамы?

— Дошман хәйләкәр, абай булмаһаң — бөттө баш. Яу иптәшеңде юғалтыуҙан да ауыр нимә юҡ. Элек тән буйлап бер һыуыҡ, бер эҫе йүгерә, тигән төшөнсәне аңлап етмәй инем. Яу  көткән саҡта шулай — йә һыуыҡ, йә эҫе, шул тулҡынланыу булалыр. Ҡурҡыу юҡ, һуғышҡа ингәндә ул онотола,  гормондар шаша.

— Дошмандарға ҡарата мөнәсәбәтегеҙ?

— Был шәхсән хәл-торош. Кемдер дошман һалдаттарына “кешесә” ҡарай. Кемдеңдер, киреһенсә, ярһыуы көсәйә. Мин   ваҡиғаларға дөрөҫ ҡараш һаҡлайым. Һуғышта һин бөтөнләй үҙгәрәһең, үҙеңде онотаһың.  Яуыздарҙы йәлләмәйем. Улар беҙҙең ир-егеттәрҙе ҡыралар бит. Дошманды юҡ итергә әмер бирелгән икән, яу үткәнсе һалдатһың, ә һалдаттар дошмандарҙы йәлләмәй. Кире осраҡта — һәләк буласаҡһың. Бына шундай ҡаты ҡануниәт.  Ә бәрелештәрҙән һуң, һәр ваҡыт яралыларға, хатта  әсирҙәргә ярҙам итергә тырышам.

— Наградаларығыҙ

— Оборона министрлығының ведомствонан тыш наградалары менән бүләкләнгәнмен. Исемләп, айырым әйтеп тормайым.

— Алдағы көнгә маҡсаттар

— Махсус хәрби операция бөтөп, Башҡортостанға ҡайтҡас, иң беренсе тәбиғәт ҡосағына сығып, тынлыҡта йөрөгөм, яҡындарым янында булғым  килә. Артабан махсус тәғәйенләнештәге отрядта  хеҙмәт итергә уйлайым.

 Хыялдарым күп, уларҙың барыһы ла изге. Һуғыш булмаһын, кешеләр дуҫ йәшәһен, һаулыҡ булһын. Ошо өс төшөнсә тормошта   мөһим.  Йәшәү матур, уның һәр атҡан таңын бер байлыҡ та алышаштыра алмай.

— Альберт, ваҡыт табып беҙҙең менән әңгәмәләшкәнегеҙ өсөн рәхмәт. Уңыштар һеҙгә, иҫән-һау йөрөп ҡайтығыҙ.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото – ғаилә архивынан.

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: