Инйәр
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Август 2024, 13:06

Ағинәйгә — 100 йәш

Райондашыбыҙ күркәм ғүмер байрамын ҡаршыланы

Ағинәйгә — 100 йәш
Ағинәйгә — 100 йәш

Абҙан ауылында йәшәүсе тыл хеҙмәтсәне, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа тормошон колхоз эшенә бағышлаған хөрмәтле ағинәй Шәрифә Иҫәнғәле ҡыҙы Хужахмәтова (Иманғәлина) бер быуатлыҡ ғүмер байрамын ҡаршыланы. Йөҙйәшәр ағинәй ил Президенты Владимир Путиндан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан, район етәкслегәнән ҡотлауҙар, бүләктәр һәм сағыу гөлләмәләр ҡабул итте. Республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән ҡайтҡан балалары, туғандары, ауылдаштары менән бергә юбилярҙың шатлығын Башҡортостан “Юлдаш”  телевидениеһы ижади төркөмө һәм “Инйәр” гәзите хәбәрселәре уртаҡлашты.

Шәрифә Иҫәнғәле ҡыҙы 1924 йылдың 22 июлендә Ҡыҙылъяр ауылында донъяға килә. Кесе йәштән үк эшкә йылдам, егәрле ҡыҙ үҫә төшкәс донъя тотҡаһына әйләнә. Бөйөк Ватан һуғышы ғәрәсәте Иманғәлиндәр ғаиләһенә лә ҡағылмай үтмәй. Шәрифә әбейҙең дә һуғыш алдынан 40 көнлөк кенә әҙерлеккә тип алынған  бер туған  Мырҙағәли ағаһы, шул китеүҙән яуға инә һәм бөтөнләй әйләнеп ҡайтмай. Бөгөн яугрҙең исеме мәктәп алдындағы таҡтаташҡа  уйып яҙылған.

 Яҡташыбыҙ  башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк тарихыбыҙҙың дәһшәтле йылдарын үҙ елкәһендә татый. Ошо осор балаларының бала сағы, ә үҫмерҙәрҙең йәшлеге булмай. Шәрифә  Хужахмәтова  уҡыуын ҡалдырып, колхоз эшенә сыға. Башҡа ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә урман да киҫә, Ҡарлыман станцияһынан орлоҡ та ташый, игенен дә сәсә, мал да ҡарай. Уның һуғыш тураһындағы хәтирәләре хәтеренән бер ваҡытта ла юйылмаясаҡ. 

Еңеүҙән һуң, сыныҡҡан ҡыҙ ағас эшенә йөрөй, хужалыҡты, илде аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнаша. Никахы еткәс, Яхия Хужахмәтовҡа кейәүгә сыға. Дүрт балаға ғүмер бирә улар.  Икеһе лә урындағы колхозда тир түгә. Тормош иптәше вафат булғас, балалары уны яңғыҙын бер минутҡа ла ҡалдырмай. 36 йыл килене Сәриә менән бер ҡыйыҡ аҫтында оло ихтирам тойоп йәшәй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та 7 йыл эшләй. Оло йәштәге кешеләрҙе ҡарай.

Йыр-моңға ғашиҡ ағинәйҙең балалары ла йырға, бейеүгә әүәҫ. Ғаилә байрамдары, ябай осрашыуҙар шул арҡала гөрләп, яҡты тәьҫораттар ҡалдырырлыҡ итеп үтә.

Ағинәй әле лә йорт мәшәҡәттәрендә ҡулынан килгәнсә булыша, бәйләм бәйләй, гәзит-журналдар ҙа алдыра. Йор һүҙле, тормош һөйөүсән хеҙмәт ветераны һәр атҡан таңды һөйөнөп ҡаршылай. 100 йәшлек юбиляр хәтере яҡшы булыуы менән генә түгел, илдәге ваҡиғалар менән хәбәрҙәр булыуы менән дә һоҡландыра. Шуға күрә барыһына ла изге теләктәрен еткерә: “Ил-көндәр тыныс булһын да, барлыҡ кешеләр тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәһендәр”, — тип теләй.

Дилара Бәҙретдинова.

Г.Фәтҡуллина фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: