Инйәр
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Август , 14:56

Тимер юлына — тимерҙәй тоғролоҡ

Тимер юлсылары көнө йыл һайын августың беренсе йәкшәмбеһендә билдәләнә

Тимер юлына — тимерҙәй тоғролоҡ
Тимер юлына — тимерҙәй тоғролоҡ

Приуралье станцияһында Куйбышев дирекцияһы инфраструктураһына ҡараған Белорет дистанцияһының кисектергеһеҙ эштәр буйынса 1-се бригадаһы тимер юлының  теүәл һәм өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итә.

Бөгөн ойошма башында Дилара Ғәфүр ҡыҙы Сөләймәнова тора. Ул был өлкәлә 1992 йылдан  бирле тир түгә. Хеҙмәт юлын  башта станция дежуры булып  башлай. 16 йыл Приуралье станцияһының начальнигы вазифаһын башҡара. 2021 йылдан — Раутау станцияһының начальнигы. Кисектергеһеҙ эштәр буйынса 1-се бригаданың юл мастеры — Илнур Хәйрислам улы Солтанов. Илнур Хәйрислам улы тимер юлсыһы булып 1995 йылда эшкә урынлаша һәм ошо һөнәренә әле лә тоғро ҡала.

Бригада төп юлдың 49 километрын хеҙмәтләндерә, шуларҙың 9 километры— станция һәм ҡабул итеү-оҙатыу юлдары, 21-е —  стрелкалы күсереү (Приуралье станцияһында 15 стрелка, Раутауҙа — 6). Ҡарлам ауылынан Равтауаға тиклемге 55 километр участкала электр хәрәкәтсән составтың өҙлөкһөҙ хәрәкәтенә лә яуап бирә. Хеҙмәттәрен  сифатлы итеп үтәгәнгә, участканың билдәләнгән арауығы яҡшы торошта. Етәксенең оҫталығы, бай тәжрибәле, талапсан булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Коллективтың берҙәмлеген, тырышлығын да билдәләп үтеү мөһим.

— Штатта 12 монтер, бер бригадир, бер   бригадир вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. Нигеҙҙә, Тәүәкәс, Приуралье, Архангел, Аҙау һәм Оҙондар ауылынан йөрөп эшләйҙәр. Юлсыларыбыҙҙың уртаса йәше — иң олоһона 62 булһа, иң йәшенә — 31. Өлкәндәр белгәндәре менән теләп уртаҡлаша, шул арҡала ыңғай һөҙөмтәләр күренеп тора.

Юл мастеры булараҡ, шуны әйтәм, эшемдең  режимы нормалаштырылмаған, йәғни  һәр саҡ хеҙмәти бурысымды үтәргә әҙер булырға тейешмен.

Кисектергеһеҙ эштәр буйынса бригадала һәр эшмәкәрлек, һәр аҙым билдәләнгән ваҡытта, минутына тиклем теүәл атҡарыла. Эшселәрҙең  ошо ҡағиҙәне еренә еткереүе тимер юлының пассажирҙарға һәм йөк оҙатыусыларға сифатлы хеҙмәт күрһәтеүенә булышлыҡ итә.  Эш көсөргәнешле, яуаплы, һәр ваҡыт уяу, теремек булырға, килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итә белергә кәрәк, — ти юл мастеры  Илнур Солтанов.

— Бригада  хәүефһеҙлек техникаһы талаптарын  үтәп, ремонт эштәрен  ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡара. Тоташтырғыһыҙ юлдар, стрелкалы күсереүҙәр, үткәүелдәрҙе, рельс сылбырҙарын тәьмин итеү, дефектлы һәм киҫкен дефектлы рельстарҙы алмаштырыу, бушлыҡтарҙы көйләү, беренсе сираттағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, юл буйҙарын таҙартыу, үләндәрҙе сабыу һәм башҡалар һәр саҡ контролдә.

Намыҫлы хеҙмәттәре етәкселек тарафынан лайыҡлы баһалана. Мәҫәлән, яҙғы тикшереү ваҡытында юл мастерына һәм өлкән электромеханикка наградалар тапшырылды, — тип хеҙмәттәштәрен маҡтап телгә алды Дилара Ғәфүр ҡыҙы.

Тимер юлсылары тәүлек әйләнәһендә ямғырға, ҡар-бурандарға, ҡыҙыу эҫегә лә, ҡаты һыуыҡтарға ла ҡарамай юл һағында. Уларға тик йәшел уттар, ауыр хеҙмәттәрендә еңеллек юлдаш булһын.

Дилара Бәҙретдинова.

Ильмир Ҡаһарманов фотоһы.

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: