Инйәр
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
2 Август , 16:00

Автомобилдәр тапшырылды

Рәсәй Социаль фондының Башҡортстан Республикаһы буйынса бүлексәһе элек производствола зыян күргән республика халҡына 8 Lada Granta автомобилен тапшырҙы.

Автомобилдәр тапшырылды
Автомобилдәр тапшырылды

Транспорт саралары медицина күрһәтмәләре булғанда һәм машина йөрөтөүгә ҡаршы күрһәтмәләр булмағанда бирелә. Был быйыл производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм һөнәри ауырыуҙарҙан мотлаҡ социаль страховкалау саралары иҫәбенә бирелгән автомобилдәрҙең тәүге партияһы. Фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе 2024 йылда производствола зыян күргән 50 кешене махсус транспорт сараһы менән тәьмин итеүгә 50 миллион һумдан ашыу суммаға контракт төҙөнө.

Махсус транспорт рәүешендәге дәүләт ярҙамы кешеләргә көнкүреш мәсьәләләрен еңеләйтергә, шулай уҡ әүҙем тормош алып барырға мөмкинлек бирә. Буласаҡ хужаларҙың физик мөмкинлектәрен иҫәпкә алып,  бөтә машиналар ҙа махсус йыһазландырылған һәм ҡул менән идара итеү системаһы менән тәьмин ителгән.

Махсус транспортты файҙаланыу ваҡыты 7 йылға иҫәпләнгән, артабан, әгәр реабилитация программаһы буйынса күрһәтмәләр булһа, яңы автомобиль бирелә. Эксплуатация осоронда зыян күреүселәрҙең фонд иҫәбенә бер тапҡыр автомобилде капиталь ремонтлау мөмкинлеге бар. Шулай уҡ квартал һайын яғыулыҡ-майлау материалдары өсөн компенсация ҡаралған.

— Транспорт сараларын биреүҙән тыш, Рәсәйҙең Социаль фонды производствола зыян күргән страховкаланған кешеләрҙе медицина, социаль һәм һөнәри реабилитациялауға өҫтәмә сығымдарҙы финанслай. Фонд протезлау, шифахана-курорт дауалау, граждандарҙы ҡайтанан уҡытыу өсөн түләй, уға кәрәкле техник реабилитация саралары бирә. Быйыл Социаль фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһендә зыян күреүселәр өсөн реабилитация сараларын үткәреүгә 293 миллион һумдан ашыу аҡса ҡаралған, — тип билдәләне Социаль фондтың Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы Фәнил Вәхитов.

Үҙ сиратында, яңы автомобиль хужалары дәүләт инспекцияһында теркәлгәндән һуң, 10 көн эсендә фонд бүлексәһенә теркәлеү тураһында мәғлүмәт ебәрергә, шулай уҡ йыл һайын реабилитация сараларының үтәлешен контролдә тотоу маҡсатында транспорт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡты тапшырырға тейеш. Автомобилдәр реабилитация саралары булып тора һәм файҙаланыу осоронда башҡа граждандарға һатырға һәм тапшырырға рөхсәт ителмәй.

Берҙәм бәйләнеш — Рәсәй Социаль фондының Башҡортстан Республикаһы буйынса бүлексәһе үҙәге 8(800)1000001 (шылтыратыу бушлай).

Рәсәй Социаль фондының Башҡортстан Республикаһы буйынса бүлексәһе.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: