Инйәр
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
25 Июль , 12:21

Мөмкинлектәр бар, теләк булырмы?

2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылды.

Мөмкинлектәр бар, теләк булырмы?
Мөмкинлектәр бар, теләк булырмы?

2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылды. Ойошма 2019 йылдың февраленән үҙ эшмәкәрлеген башланы.

2019 йылдан яңы проект — Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант индерелде. Акцияға ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта — 2019 йылда 70 меңдән ашыу ҡатнашыусы булһа, 2024 йылға 408 мең кешегә тиклем артты, ҡатнашыусыларҙың географияһы донъя күләменә етте.

2023 йылда башҡорт теле буйынса тәүге онлайн-олимпиада уҙғарылды. Акция ярҙамында барлыҡ ҡатлам вәкилдәре лә онлайн форматта үҙ көсөн һынап ҡарай алды. Унда Рәсәйҙең 67 төбәгенән һәм 23 илдән 27 614 кеше ҡатнашты. 2019 йылдың июненән дәүләт хеҙмәткәрҙәре өсөн “Өйрәнә башлаусылар өсөн башҡорт теле”, “Эшлекле башҡорт теле”, күрше төбәктәр (Силәбе өлкәһе, Пермь крайы, Екатеринбург ҡалаһы, Ырымбур өлкәһе, Һамар һ.б.) халҡы өсөн “Башҡорт теле” курстары уҙғарылды. Был 5 мең кешенең ҡыҙыҡһыныуын йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе.

2020 йылдан квартал һайын “Башҡорт теле: яңы ҡараш” сараһы уҙғарыла, уның барышында башҡорт телен популярлаштырыу буйынса 100-ҙән ашыу проект күрһәтелде. 2021-2022 йылдарҙа республикала башҡорт телле блогерҙар менән “Республика” блог-туры проекты бойомға ашырылды. Бөтәһе 300 блогер тарафынан 12 осрашыу ойошторолдо, контенттарҙы ҡарауҙар һаны 5 миллион кешегә етте. 2022 йылда Рәми Ғариповтың юбилейы уңайынан балалар һәм өлкәндәр араһында “Минең Рәми” төбәк-ара шиғриәт конкурсы уҙғарылды, унда 800-ҙән ашыу шиғыр һөйләүсе ҡатнашты.

Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге

2019 йылда Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығында айырым структура бүлеге — Милли мәғариф идаралығы, Мәғарифты үҫтереү институтында Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге ойошторолдо. Эш һөҙөмтәләре яҡшы ғына.

2019 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй I съезы үтте, 2020 йылда Беренсе Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары форумы уҙғарылды, 2023 йылдың октябрендә полилингваль белем биреү буйынса беренсе Халыҡ-ара форум ойошторолдо. Саралар һөҙөмтәһендә 2019-2023 йылдарҙа Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Учалы ҡалаларында, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында 8 полилингваль мәктәп асылды.

Методик ярҙам күрһәтеү, уҡыу әсбаптары сығарыу

Быйыл Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм “Сәсәндәр үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы 2024 йылдың 1 июнендә Өфөнөң Арт-квадрат майҙанында “Мин башҡортса һөйләшәм” ғаилә фестивален үткәрҙе. Фестиваль ике өлөштән торҙо: тел лабораториялары һәм йәш башҡорт башҡарыусыларының опен-эйр концерты. Тел лабораторияларына оҫталыҡ дәрестәре, урам спектаклдәре, конкурстар һәм уйындар индерелде, улар аша балалар һәм уларҙың ата-әсәләре башҡорт телен өйрәнде, туған мәҙәниәткә ҡушылды. Сарала 8 меңгә яҡын кеше ҡатнашты.

2023 йылдың сентябрендә һәр кем үҙ идеяһын проектҡа рәсмиләштереп һәм финанс ярҙамы алып, тел үҫешенә үҙ өлөшөн индереү мөмкинлегенә эйә булды. Бөгөнгө көнгә 10 еңеүсенең проекттары тормошҡа ашырылған. Улар араһында — урам акциялары, балалар өсөн саралар, интернетта башҡорт телен популярлаштырыу буйынса сифатлы контенттар бар.

Фонд “Әлләсе”, “IqbalaBash” и “Инофон BASH” балалар өсөн мобиль ҡушымталар эшләү буйынса әүҙем эш ойоштора. Билдәле “Әлләсе”  уйынының мобиль версияһы башҡорт телендә донъя күрҙе. Уйындың йәш сикләүҙәре юҡ. Ул башҡорт теле дәрестәрендә лә, рәсми булмаған шарттарҙа күңелле уйын өсөн дә ҡулланыла ала. “Әлләсе” ижади фекерләүҙе, логиканы, риториканы үҫтерә һәм башҡорт телен өйрәнеүҙә ярҙам итә.

 “Inofon BASH” мобиль ҡушымтаһы  иң күп ҡулланылған 400-ҙән ашыу һүҙҙе өйрәнергә мөмкинлек бирәсәк. Бөтә өйрәнелгән һүҙҙәр билдәле бер тормош ситуацияларын һүрәтләгән темаларға берләштерелгән һәм сюжет иллюстрациялары рәүешендә бирелгән. Бындай иллюстрацияла диктор  атаған предметты эҙләгәндә, уҡыусы һүҙҙең яңғырашын һәм яҙылышын ғына түгел, ә һүрәтте лә хәтерләй, был ысын тормошта кәрәкле һүҙҙе тиҙ иҫкә төшөрөүҙе тәьмин итә.

Ҡаҙаҡ уйлап табыусылары менән берлектә эшләнгән “IQ БалаБаш” мобиль ҡушымтаһы ярҙамында балалар тирә-яҡ донъяны ҡыҙыҡлы уйын формаһында өйрәнә. Ҡушымта ярҙамында 14 тематик классификатор буйынса башҡорт телендәге һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтергә мөмкин.  “IQ БалаБаш”  художестволы һүрәттәр, 3D анимациялар, логика, хәтер һәм моторика үҫешенә уйындар менән байытылған.

Фонд “Bashword” һәм “Эшлекле башҡорт теле” мобиль ҡушымталарын әҙерләү буйынса эш ойоштора. “Bashword” ҡушымтаһы 39 бүлектән, һәр бүлек 3 дәрестән тора. Бүлектәрҙә тел белемен арттырырға мөмкинлек биргән 117 дәрес, 800 тест һорауҙары, 1500 һүҙ һәм фраза тәҡдим ителә. Дәрестәр ябайҙан ҡатмарлыға тиклем төҙөлгән. Көндәлек тормош өлкәһендәге мәсьәләләр яңы белемде тормошта нығытырға ярҙам итәсәк. Һөҙөмтәле уҡытыу ҡыҫҡа заданиелар иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

 “Эшлекле башҡорт теле” мобиль ҡушымтаһы эшлекле башҡорт теле курсы, эшлекле аралашыу мәҙәниәте, үҙ аллы эшләү өсөн заданиелар буйынса төп теоретик мәғлүмәттәрҙе һәм рәсми-эшлекле лексиканың ҡыҫҡаса рус-башҡорт һүҙлек-белешмәһен берләштергән интерактив уҡыу әсбабы булып тора. Ҡушымтала эшлекле коммуникациялар процесында иң йыш төҙөлгән эшлекле ҡағыҙҙар өлгөләре, шулай уҡ материалды үҙләштереү һәм  үҙ-үҙеңде һөнәри анализлау кимәленә тест системалары килтерелгән. Ҡушымтаны Android өсөн Play Маркетта, ә Iphone һәм Ipad өсөн AppStore-ҙа күсереп алырға мөмкин.

Методик ярҙам күрһәтеү, уҡыу әсбаптары сығарыу

 “Эшлекле башҡорт теле” (тиражы – 3000 берәмек), “Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0”  (тиражы – 3000 берәмек) уҡыу әсбаптары нәшер ителгән, уларға мобиль уҡыу ҡушымтаһы эшләнгән (https://app.bashkorttele.ru/) һәм өйрәнелгән материалды нығытыу өсөн 10 видеоматериал төшөрөлгән.

Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн “Әкиәттә ҡунаҡта” (тиражы – 1000 берәмек) уҡыу-дидактик материалдар әҙерләнгән, улар эсендә уҡыу өсөн китап һәм “Кубики-пазлы” үҫеш йыйылмаһы бар; “Рәсәй федерацияһы төбәктәрендә туған (башҡорт) теле” (тиражы -1500 берәмек) уҡыу әсбабы сығарылған. Нәшриәт продукттары республикала ғына түгел, Силәбе, Свердловск, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайында, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта ла һатыла, улар менән 8500 кеше файҙалана.

Башҡорт телен һанлаштырыу

2020 йылда телдәрҙе ситтән тороп өйрәнеү өсөн “Туған тел донъяһы” платформаһы булдырылды (һылтанма: https://bash-mir.ru/), “Бергәләп башҡорт телендә” һәм “Башҡорт теле. Яңы ҡараш” уҡыу видеороликтары, “Матур башҡорт теле” телевизион проекты төшөрөлдө (Рәсәй-Башҡортостан, Бөтә Өфө, Башҡортостан-24, Ҡурай-ТВ телеканалдарында күрһәтелә). “Рәсәй-Башҡортостан” радиоһында “Башҡорт телендә бер минут” проекты башланды.  Һәр проект буйынса платформаға 4-5 миллион кеше ингән. Был проекттарҙың популяр булыуы хаҡында һөйләй. Бынан тыш, 2020-2022 йылдарҙа башҡорт теленән рус теленә, руссанан башҡортсаға онлайн-тәржемә итеү онлайн һүҙлеге https://bashkortsoft.ru/ барлыҡҡа килде һәм камиллашыуын дауам итә. 2021 йылдан “Интерактив башҡорт теле” электрон веб-ресурсы https://basic.bashlang.ru/, башҡорт телен өйрәнеү өсөн 14 берәмек мобиль ҡушымта, ҡарауҙар һаны 5 миллионға еткән “вируслы” видеороликтар әҙерләнде. Рус һәм башҡорт телдәрендә https://ramigaripov.ru/   сайты булдырылды. Унда инеүселәр һаны 540 мең кешенән ашыу тәшкил итте. 2023-2024 йылдарҙа башҡортса һөйләшкән “Һомай” тигән аҡыллы колонка барлыҡҡа килде.

Башҡорт телен өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр ифрат киң, теләк кенә кәрәк. Әйткәндәй, бөгөн башҡорт телендә һөйләшеү модала! Моданан артта ҡалмағыҙ! Бәлки шулай тип балаларыбыҙҙы үҙ туған телебеҙҙә һөйләштерә башларбыҙ.

Дилара Бәҙретдинова.

Автор фотоһы. 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: