Инйәр
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Сентябрь 2023, 15:15

“Яҙмышыма һис тә үпкәләмәйем”

Вәсилә Ғиләжитдин ҡыҙы Әхтәмова (Әминева) 1943 йылдың 11 сентябрендә Яңы Һарт ауылында донъяға килә.

“Яҙмышыма һис тә үпкәләмәйем”
“Яҙмышыма һис тә үпкәләмәйем”

Вәсилә Ғиләжитдин ҡыҙы Әхтәмова (Әминева) 1943 йылдың 11 сентябрендә Яңы Һарт ауылында донъяға килә. Инәһе Минйыһан Әмин ҡыҙы менән атаһы Ғиләжитдин Фәрхитдин улы икеһе лә тамырҙары менән Ҡырмыҫҡалы районынан. Ғаилә ишле була — 11 бала. Тик ауыр тормош шарттары, медицинаның көсһөҙлөгө сәбәпле, уларҙың күбеһе бәләкәйҙән үлә, бишәүҙәре генә тороп ҡала. Атаһы ғүмер буйы колхозда төҙөүсе, бригадир булып тир түкһә,  инәһе төрлө эштәрҙә бил бөгә. Һуғыш башланғас, ғаилә башлығы ла башҡа ир-аттар менән бер рәттән фронтҡа саҡырыла. Ҡаты яраланған һалдат яраҡһыҙланғас, ауылға ҡайтарттырыла. Бына шулай, дәһшәтле йылдарҙа тыуған бала ул Вәсилә апай.

Бала сағы атайһыҙ тиҫтерҙәренеке менән сағыштырғанда  саҡ ҡына еңелерәк үтә. Шуға күрә ҡыҙға белем алыу мөмкинлеге лә тейә. Башланғыс һабаҡты тыуған ауылында ала, артабан Шәрәйгә йөрөп уҡый, өлкән кластарға Абҙанға бара. 8-сегә Яңы Һарттан йыл башында 20 уҡыусы килһә, яҙға бер үҙе генә тороп ҡала, ҡалғандар төрлө сәбәптәр менән уҡыуҙарын ташлай. 10-ды бөтөргәс, Абҙан мәктәбе директоры Сәүи Мәүлитдин улы Мәүлитдинов үҫмерҙе интернатҡа тәрбиәсе булып эшкә ҡалыуын һорай, бер йылдан математика уҡытыусыһы итеп тәғәйенләй. 1960 йылда Абҙан мәктәбендә, һуңынан Ырныҡшыла математиканан уҡыта. Шул арала Өфөлә бер йыллыҡ математика, физика курстарын, аҙаҡ ситтән тороп Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай.

1964 йылда район мәғариф бүлеге уны Зәйет мәктәбенә ебәрә. Фатирҙа бер мөғәллимә менән бергә йәшәй. Көҙгөһөн күршеһенә ҡунаҡҡа  энеһе килә. Ғафури районы Бурлы ауылы егете Тәлғәт Хәбибрахман улы Әхтәмов Вәсилә ханымды оҡшата. Хәйбулла районының Маҡан совхозында баш зоотехник булып эшләгән ир-уҙаман эш сәфәре менән өс ай һайын баш ҡалаға йөрөй, бер ыңғайы апаһының хәлен белеүгә һылтанып, һөйгәне менән осраша. Сираттағыһында ул ҡыҙға ҡәтғи генә итеп: “Минең ваҡытым юҡ, майҙа киләм һәм шунда ата-әсәйеңдәргә барып, һоратып алып ҡайтам”, — ти. Йәш уҡытыусы ни әйтергә лә белмәй аптырап ҡала, егет үҙенең  дә йөрәген яулап өлгәргәйне шул.

Йәштәр өйләнешеп, Хәйбуллала оя ҡорорға ҡарар итә. Инде мәғариф бүлеге мөдире булған  Сәүи Мәүлитдин улы Вәсилә Ғиләжитдин ҡыҙының документтарын бирмәй. “Үҙебеҙҙә уҡытыусылар етешмәй. Бында ҡалығыҙ. Иптәшеңә эш урыны бирәбеҙ. Һиңә лә сәғәттәр етерлек”, — ти.

Яҡташыбыҙ Маҡан мәктәбендә бер йыл тигәндәй документтарһыҙ уҡыта. Әхтәмовтар икеһе лә өлгөлө, абруйлы белгес кенә түгел, әүҙем йәмәғәтсе лә һанала. Ауылда, районда, республика кимәлендә ниндәй генә байрам, конкурс, йыйындар булмаһын — улар үҙәктә. В.Әхтәмова ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы ла, ауыл, район Советы депутаты ла була. Район, республика баҫмаларында уның ижад емештәре  әленән-әле баҫылып тора. Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүҙәге намыҫлы хеҙмәте район хакимиәтенең, район мәғариф бүлегенең, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, Дипломдары менән билдәләнгән. Ул мәғариф отличнигы, педагогик хеҙмәт ветераны.

Балалары Розалия, Лилиә һәм Фәрүәт тә Хәйбулла ла тыуа. Бөгөн Розалия Себер тарафтарында тормош көтә, күп йылдар фармакология өлкәһендә эшләй. Лилиә — мәғариф отличнигы, Өфө ҡалаһының уҡыу йорттарының береһендә хеҙмәт итә. Фәрүәт тә инәһенең юлын һайлап, йәштәргә белем бирә, ул да мәғариф отличнигы.

Ғүмер буйы илебеҙ мәнфәғәтенә тырышып хеҙмәт иткән Әхтәмовтарҙы ситтә инде үҙ алла йәшәгән балалары: “Хәйбулла бик алыҫ. Беҙгә ҡайтып йөрөргә уңайһыҙ”, — тип Архангелгә күсергә өгөтләгәс, улар 2007 йылда тыуған яҡтарына ҡайта. Бөртөкләп йыйылған донъяларын ҡалдырып китеүе бик ауыр булһа ла, ҡалған ғүмерҙәрен тыуған ерҙәрендә туғандары янында үткәреү күңелдәренә йылылыҡ, өмөт бирә. Архангелдә бер йыл йәшәшәп тә өлгөрмәйҙәр, тормош иптәше Тәлғәт Хәбибрахман улы баҡыйлыҡҡа күсә. Оло юғалтыу кисерә Вәсилә апай.

Яҙмыштың әсеһен дә, сөсөһөн дә татыған, бар булмышын балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә бағышлаған  ил инәһен уҡыусылары бер ваҡытта ла онотмай. Уҡытыусылар байрамы булһынмы, Яңы йылмы, 8 Мартмы, тыуған көнөмө — алыҫ араларҙы яҡын итеп, күстәнәстәрен, бүләктәрен тотоп килеп, ҡотлап, хөрмәтле кешеләренең хәлен белеп торалар.

— Яҙмышыма һис тә үпкәләмәйем. Уңыштар ҙа, шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, еңеүҙәр ҙә етерлек булды. Балаларым — оло йыуанысым. Уҡыусыларым — лайыҡлы кешеләр, — ти ағинәй.

Ошо арала Вәсилә Ғиләжитдин ҡыҙы 80 йәшлек абруйлы ғүмер байрамын билдәләй. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа уға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ. Оҙон ғүмер һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ.

Дилара Фәтихова.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: