Инйәр
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Сентябрь 2023, 15:27

Баҫмабыҙ милләт һағында

Ҡәҙерле һәм хөрмәтле дуҫтар! Беҙҙең “Инйәр” гәзитенә 2024 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы старт алды.

Баҫмабыҙ милләт һағында
Баҫмабыҙ милләт һағында

Ҡәҙерле һәм хөрмәтле дуҫтар! Беҙҙең “Инйәр” гәзитенә 2024 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу кампанияһы старт алды. Берегеҙгә лә сер түгел, был ваҡиға редакция хеҙмәткәрҙәре өсөн  генә түгел, ә үҙебеҙҙең милләтебеҙ өсөн дә бик мөһим.

Бөгөн бик ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Һәр көнөбөҙ милләтебеҙ, туған телебеҙ өсөн көрәшкә тиң. Мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре төрлө сәбәптәр табылып ҡыҫҡартыла, башҡорт, татар  ауылдарында балаларыбыҙ рус телендә аралаша, бала-саға элекке кеүек урамда сыр-сыу килеп уйнамай, буш ваҡыттарын гаджеттар, кәрәҙле телефондар артында ултырып, рус һәм сит телдәрендә йәнһүрәттәр, уйындар һәм башҡаларҙы ҡарап уҙғара. Һөҙөмтәлә әсә телендә фекерләү кимәле түбәнәйә, ә ҡайһы берҙәрендә ул бөтөнләй юҡ. Йәш ата-әсәләр ҙә бәпестәренә халыҡ әкиәттәрен һөйләмәй, йомаҡ ҡойоу, мәҡәл-әйтемдәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Сабыйы ҡамасауламаһын, иламаһын тип йәһәт кенә ҡулдарына телефон тоттора. Ҡайҙа инде ул йырҙар, шиғырҙар өйрәнеү. Упҡынға тәгәрәмәйбеҙме? Ошолай барһа милләтебеҙҙең бөтөүе, даулап  алынған туған телебеҙҙең юҡҡа сығыуы ихтимал. Бәлки күҙҙәребеҙҙе асып, ысынбарлыҡҡа айыҡ ҡарарға ваҡыттыр?

Рус телен, сит телдәрҙе  белеү кәрәк. Әммә бала иң башта туған телен өйрәнергә тейеш. Ул ошо телдә һөйләшһә, фекерләһә, халыҡ ижадын, тарихын, мәҙәниәт өлгөләрен белһә — күңеле бай, бөтөн, ә үҙе бәхетле кеше буласаҡ. “Инйәр” гәзите тап бына ошо йүнәлештә йән ата ла инде. Республикабыҙҙа милли баҫмалар йәшәһә — милләт бөтмәйәсәк. Шуға күрә бер нимәгә ҡарамай, берҙәм “Инйәр”гә яҙылайыҡ. Һеҙҙең ярҙамһыҙ беҙ бер нимә лә эшләй алмайбыҙ. Тираж кәмегән осраҡта гәзиттең  киләсәге көн кеүек асыҡ.

“Инйәр”ҙә эшләү дәүерендә шуға иғтибар иттем — “Архангельский вестник” гәзитенә рус халҡы йәше, ҡарты редакцияға үҙҙәре килеп яҙыла. Почтальондар ҙа һис ауырлыҡ кисермәй еңел генә тиражды тултыра. Беҙгә лә киләләр ул, тик күпкә аҙ. Ирекһеҙҙән уйлап ҡуям, “Инйәр” бер нимәһе менән дә кәм түгел, булмышыбыҙҙы биреп, уны ҡыҙыҡлыраҡ, уҡымлыраҡ итергә, замандан артта ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Беҙҙең халыҡ ниңә әүҙем түгел икән? Гәзит бит ул халҡыбыҙҙың визит картаһы, йөҙө, ғорурлығы. Үҙ гәзитебеҙ бар, тимәк  башҡаларҙан хур түгелбеҙ, тигәнде аңлата. Шуны ниңә аңларға тырышмайбыҙ икән? Был яҙмам йөрәк ауазы, милли рухлылар мине аңлар. 

Оҙаҡламай “Инйәр”гә 25 йәш туласаҡ. Әле уның иң матур йәш сағы. Әйҙәгеҙ башҡорт телендә баҫылған берҙән-бер  “Инйәр”ебеҙҙең яҙмышына битараф ҡалмайыҡ, уны һаҡлап ҡалыр өсөн һәр беребеҙ үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек.  

Дилара Фәтихова.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: