Инйәр
+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
18 Сентябрь 2023, 15:24

90 йәш — оло юбилей

Муллаҡай ауылында йәшәүсе Фатима Шәңгәрәй ҡыҙы Сәйфуллина йәмле көҙҙәрҙә 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.

90 йәш — оло юбилей
90 йәш — оло юбилей

Муллаҡай ауылында йәшәүсе Фатима Шәңгәрәй ҡыҙы Сәйфуллина йәмле көҙҙәрҙә 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Уны оло байрамы айҡанлы балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары, ауылдаштары һәм Арх-Латыш ауыл хакимиәте башлығы Альберт Ибәтуллин ҡотланы.

Фатима Шәнгәрәй ҡыҙы Бәйес ауылында тыуған. Буй еткергәс, 1954 йылда Муллаҡай ауылы егете Насритдин Хәбибулла улына тормошҡа сыға. Муллаҡайҙа төпләнгән ғаиләгә бәхет өҫтәп, бер-бер артлы дүрт ҡыҙ һәм дүрт ул тыуа. Бөгөн уларҙың барыһы ла иҫән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Насритдин бабай ғына ике йыл элек сирләп, баҡыйлыҡҡа күсте.

Намыҫлы хеҙмәт юлы үткән ауылдашыбыҙ,  һуғыш осоро балаһы булараҡ, яҙмыштың әсе һурпаһын күп татыған. Колхоз осоронда сөгөлдөр баҫыуында тир түккән. Ғаилә башлығы хаҡлы ялға тиклем ат ҡараған, башҡа эштәрҙе лә башҡарған.

Ағинәйҙең абруйлы, олпат тормош байрамын билдәләргә барлыҡ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре, килен-кейәүҙәре атай йортона йыйылды. “Бөтәбеҙ бергә 81 кеше булдыҡ”, — ти ғорурлыҡ менән ил-инәһенең ҡыҙы Гөлсинә. Бөгөн уның өс ҡыҙы ғаиләләре менән  Татарстанда, ике улы — Өфөлә, икәүһе — Муллаҡайҙа, бер ҡыҙы Ҡыҙылъяр ауылында донъя көтә.

 Сәйфуллиндар бик татыу, берҙәм. Күмәкләшеп оло эштәрҙе “һә” тигәнсе башҡарып китәләр. Инәләрен бер ваҡытта ла яңғыҙын ҡалдырмай, сиратлап ҡайтып, хәлен белешеп торалар.

А.Ә.Ибәтуллин Фатима Шәңгәрәй ҡыҙын ғүмер байрамы менән ҡотлап, матур теләктәрен юлланы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндан ҡотлау открыткаһы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.

Барса ауылдаштары исеменән уға алдағы тормошонда  ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре менән артабан да оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ!

Зәлиә Сәйфуллина,

Муллаҡай ауыл клубының художество етәксеһе.

Автор фотоһы. 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: