Инйәр
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Сентябрь 2023, 16:32

Ысын ир-азаматтар үҫтергән әсә

Ҡыҫынды ауылында тыуып, ғүмер буйы тыуған еренә тоғро ҡалған тыл хеҙмәтсәне, хеҙмәт ветераны Фәрҙиә Ғәлиәскәр ҡыҙы Рәхмәтуллина ҡояшлы август айында 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләне.

Ысын ир-азаматтар үҫтергән әсә
Ысын ир-азаматтар үҫтергән әсә

Ҡыҫынды ауылында тыуып, ғүмер буйы тыуған еренә тоғро ҡалған тыл хеҙмәтсәне, хеҙмәт ветераны Фәрҙиә Ғәлиәскәр ҡыҙы Рәхмәтуллина ҡояшлы август айында 90 йәшлек олпат юбилейын билдәләне. Ағинәйҙе ғүмер байрамы менән ҡотларға тип балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре, илебеҙҙең, республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан, күрше ауылдарҙан туғандары, яҡындары, таныштары  һәм башҡалар йыйылды.

Оло кеше өсөн иң мөһиме — балалары һәм яҡындары яғынан ҡәҙер-хөрмәт, йылы һүҙ һәм ихтирам. Был йәһәттән  Рәхмәтуллиндар ауылдың, районыбыҙҙың матур, өлгөлө ғаиләләренең береһе. Был ғаиләлә халҡыбыҙҙың күркәм йолалары һаҡлана, быуындар бәйләнеше, тәрбиә нигеҙҙәре ныҡлы.

Фәрҙиә Ғәлиәскәр ҡыҙының  балалары ҡәҙерлеләренең һәр юбилейын ауылдаштарын саҡырып, киң күләмле күркәм сара итеп  уҙғара. Был юлы ла ағинәйҙең биш балаһы (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң кесе улы бынан 6 йыл элек мәрхүм була), 10 ейән-ейәнсәре, 17 бүлә-бүләсәре  Ҡөрьән табынын ойошторҙо. Уны оло юбилейы менән ҡотлап район Советы секретары Фәйез Йортомбаев, район ветерандар советы рәйесе Мөнирә Лоҡманова, Ҡыҙыл Еҙем ауыл биләмәһе башлығы Владимир Антипин  да килде. Фәйез Фәтих улы юбилярға район хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлиндың ҡотлау сәләмен еткерҙе һәм ил башлығы ебәргән ҡотлау открыткаһын, бүләген тапшырҙы. Саҡырылған башҡа ҡунаҡтар ҙа хөрмәтле яҡташыбыҙҙы тәбрикләп, изге теләктәрен юлланы.

Фәрҙиә Ғәлиәскәр ҡыҙы ябай ауыл кешеһе булыуына ҡарамаҫтан, киң даирәле, донъяуи мәсьәләләргә үҙ фекере, ҡарашы булған, аҡыллы, бай тормош тәжрибәле ил инәһе.

Алыҫ 1933 йылда донъяға килә ул.  Колхоз эштәренә сумып, матур хыялдар менән йәшәп ятҡанда ҡәһәрле һуғыш башлана.  Атаһы фронтҡа китеп, кире әйләнеп ҡайтмай, өс баланың иң өлкәне булғанға күрә, сәләмәтлеге ҡаҡшаған инәһен, энеһе менән һеңлеһен ҡарау  ҡыҙҙың  иңенә төшә. Ярай әле олатаһы менән өләсәһе уларҙы ташламай.

Яҙмыш һынау артынан һынау ебәрә. Башҡа ауыл ҡатындары менән колхозда бил бөгөп, күрше райондың тимер юл станцияһынан яҙлы-көҙлө  иңдәрендә орлоҡтар ташыған инәләре үпкәһенә һалҡын тейҙереп, бөтөнләй түшәккә ауа һәм 1945 йылдың 5 майында баҡыйлыҡҡа күсә.

Олатаһы менән өләсәһе ейәндәренә етемлекте күрһәтмәҫкә тырыша, хәлдәренән килгәнсә уларҙы ҡәҙерләп, йөрәк йылыһын биреп үҫтерә.  Белемгә дәртле ҡыҙҙың мәктәпте тамамларға мөмкинселеге булмай. 11 йәшлек Фәрҙиәне инәһе урынына колхозға сығырға ҡушалар.  Ул башҡа тиҫтерҙәре менән яланда ла, фермала ла, урманда ла тир түгә.

— Ашарға икмәк, кейергә кейем юҡ. Йәшел үлән сығып етмәй — ашап бөтөрәбеҙ… Арыған, йонсоған  саҡтарымда бригадирҙан йәшенеп һике аҫтына кереп киткән саҡтарым да була торғайны, юҡ, тегеһе һөйрәтеп сығара. Сабый ғына булғанмын бит, бөгөнгө күҙлектән ҡараһаң, кем 11 йәшлек баланы эшкә ҡуша?! Ҡулымдың көсө етмәй, ә һыйырҙарҙы һауырға кәрәк. Елененән тартам-тартам да малҡайға башымды терәп иҙрәп йоҡлап китәм, ул һыйыр мине  нисек типмәгәндер, аптырайым, — тип хәтирәләр йомғағын һүтте Фәрҙиә  Ғәлиәскәр ҡыҙы.

Үҫеп еткәс, һылыу ҡыҙ ауылдаш егете Зөлфир Рәхмәтуллинға кейәүгә сыға. Икәүләшеп ең һыҙғанып колхозда эшләп, донъя көтәләр, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Бер-бер артлы өс улдары донъяға килә. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, ире йәшләй сирләп үлеп китә. Тормош типкеһен күп татып сыныҡҡан ҡатын-ҡыҙ  бәләкәстәре менән яңғыҙы тороп ҡалһа ла бирешмәй.  Килендәрен ситкә ебәргеһе килмәгән ҡайныһы менән ҡәйнәһе Фәрҙиәне кесе улдары Әҙилгә димләйҙәр. 

— Ирем менән 25 йыл бергә йәшәп өлгөрҙөк, өс балаға ғүмер бирҙек. Аллаға шөкөр, уларҙы хәләл көсөбөҙ менән уҡыттыҡ, матур тәрбиә биреп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырҙыҡ. Бабайым ғына уңыштарын күрә алманы. Улдарым  менән ғорурланам. Фәрит, Мөнир, Венер, Әмир,  Таһир һәм Әлфир үҙебеҙгә оҡшап сос, тырыш, сәмсел булып буй еткерҙе. Улар бер ваҡытта ла йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтермәне, үҙ көстәре, белемдәре менән үрҙәр яуланы. Бөгөн һәр береһенең үҙ ғаиләһе, яратҡан эштәре бар. Бер ҡасанда яңғыҙымды ҡалдырайҙар, йыш ҡайтып торалар. “Инәй” тип өҙөлөүҙәре үҙе бер бәхет, шунан да оло кинәнес юҡтыр донъяла.

Ғүмер буйы “Ҡыҙыл Еҙем” колхозында хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыҡҡан Ф.Ғ.Рәхмәтуллина унан һуң да байтаҡ йылдар эшләүен дауам итә. Тоғро, намыҫлы хеҙмәте өсөн бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары, “Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Бала сағынан алып әлегәсә бихисап тарихи ваҡиғаның шаһиты булған  юбилярға күҙ теймәһен. Ул ил-йорт хәбәрҙәре менән дә ҡыҙыҡһынып тора, гәзит тә уҡып ала, телефондан да  һөйләшә. Һәр атҡан яңы таңға ҡыуанып, тыныс тормош, именлек теләп  йәшәй.

Ил өсөн, хөкүмәт өсөн, Еңеү өсөн үҙен йәлләмәй, бөтә ғүмерен эшкә бағышлаған ил инәләренең һәм аҡһаҡалдың хеҙмәт юлы, яҙмыштаары ысын мәғәнәһендә беҙгә өлгө булып тора.

Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа,  Фәрҙиә  Ғәлиәскәр ҡыҙын күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, күңел тыныслығы, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!

Дилара Янбаева. 

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: