Инйәр
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Сентябрь 2023, 16:16

Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек

Максим Горький ауылында йәшәүсе Гүзәл Ғәфүр ҡыҙы менән Ринат Йәғәфәр улы Басыровтар  умартасылыҡ  менән  егерме йылдан артыҡ шөғөлләнә.

Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек
Үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек

Гүзәл Ғәфүр ҡыҙы белеме буйынса — медицина хеҙмәткәре. Байтаҡ йылдар Заря, Сикйылға, Ливановка ауылдарында фельдшер, Максим Горький фельдшер-акушерлыҡ пунктында шәфҡәт туташы булып эшләй. Штат ҡыҫҡартылғас, урындағы мәктәптә “Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре”нән уҡыта, сәләмәтлек  түңәрәген алып бара. Шул йылдарҙа ситтән тороп юғары белем ала. 2009 йылда тынғыһыҙ, тырыш ханым Өфө ҡалаһында үҙенең клининг компанияһын аса. Бөгөн улар тормош иптәше менән ошо йүнәлештә эштәрен уңышлы дауам итә. Г.Басырова компания етәксеһе лә, хисапсыһы ла, эш башҡарыусыһы ла. Эшҡыуар гүзәл зат хисапсылар курстарын үтә, бизнесты үҫтереү буйынса төрлө тренингтарға йөрөп белемен камиллаштыра, үҫешә. Ғөмүмән, күҙҙәренән осҡон сәсрәп торған, егәрле, булдыҡлы, аҡыллы, сос ҡатын-ҡыҙ ул Гүзәл апай. Үҙен уратып алғандарҙы һәр саҡ ыңғай ҡеүәт менән дәртләндерә. Уның кеүектәр тураһында халыҡта  “Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр” тиҙәр.

Ринат Йәғәфәр улы колхоз осоронда механизатор булып тир түккән. Хужалыҡ тарҡалғас, мәктәптә “Трактор” дәресенән һабаҡ бирә, артабан балалар баҡсаһының йылытыу ҡаҙанлығында оператор булып эшләп ала. Бөгөн хәләл ефете менән берлектә эшҡыуарлыҡ алып бара.

— Умартасылыҡ — яратҡан шөғөлөбөҙ. Олатайым Йәғәфәр Дауытов ғүмер буйы ҡорт ҡараны. Бәләкәй саҡта уға булыша торғайныҡ. Ә бынан 20 йыл элек көҙ көнө Таһира апайым бер дәдән бал ҡорто бүләк итте. Тәжрибә юҡ, олатайымдан күргән-белгәндәр инде онотолоп та бөткән. Ни эшләргә? Ҡыш буйы умартасылыҡ тураһында әҙәбиәт уҡыныҡ, ул ваҡытта интернет юҡ. Байтаҡ белем тупланыҡ.

 Яҙ етте, ҡортто баҙҙан сығарҙыҡ, кәйефтәр көр, күс көслө. Ләкин тәжрибә булмағас, китаптыҡы менән генә айышына төшөнә  алмайбыҙ ҙа  ҡуябыҙ. Таһира апайымды саҡырып алдым. Ул инә ҡортто күрһәтеп, артыҡ инә күнәктәрен ҡыҫҡартырға өйрәтеп, башҡа серҙәренә төшөндөрөп китте. Апайымды шулай бер нисә тапҡыр борсорға тура килде. Ҡыҙығып, иш янына ҡуш итеп тағы ла ҡорттар һатып алдыҡ. Биш йыл дауамында шулай бал ҡорттарының күләмен арттырҙыҡ. Ирем еңел итеп яңы дәдәндәр, корпустар эшләне. Ҡыҫҡаһы, бөтә шарттарҙы булдырҙыҡ, ҡолас йәйеп эшләргә лә эшләргә ҡалды.

Инде өйрәнеп кенә киткәндә, иптәшемдә ҡорт сағыуына аллергия башланды. Шуға ҡарамаҫтан, күңеленә ятҡан кәсебен ташларға уйламаны ла. Уға ла бал ҡорттарын ҡарау ныҡ оҡшап өлгөргәйне шул. Әллә ошо бөжәктәрҙе яратҡанға, әллә организмы өйрәнгәнгә — аллергия юҡҡа сыҡты. Бөгөн ҡорттар янына икебеҙ ҙә битлектәрҙе генә эләктереп сығабыҙ. Уларҙан ҡурҡмаһаң, уртаҡ тел тапһаң, артыҡ бимазаламаһаң саҡмайҙар. Аҡыллы, наҙлы, тырыш нәҙек билкәйҙәрҙе сәғәттәр буйы күҙәтеү, улар менән мәж килеү  үҙенә күрә дауалау терапияһы!

Беҙҙең арттан туғандарыбыҙ ҙа умартасылыҡ менән ҡыҙыҡһынып, күстәр һатып алды. Башта үҙебеҙ  кәңәштәр бирһәк, тора-бара “уҡыусыларыбыҙ” беҙгә  өйрәтә башланы. Һәр балсының үҙ сере, алымы бар шул. Мәжлестәрҙә, былай ғына осрашҡанда ла һиҙмәҫтән бал ҡорттары хаҡында әңгәмә ҡорола. Тәжрибәләр менән уртаҡлашабыҙ, фекер алышабыҙ. Башҡа тема кәрәкмәй! Бик мауыҡтырғыс күренеш!

Эйе, бал ҡорттары менән булышыу миҙгелле эш. Яҙын ваҡытында осороп алырға, ояларын киңәйтергә, айырһа, күсте ваҡытында тотоп ябырға кәрәк. Был осорҙа умарталыҡтан китеп булмай. Ҡортсолоҡ серҙәре лә күп һәм белем яйлап туплана. Ҡорттар айырған осорҙа төп эшебеҙҙе ҡалдырып, тик улар янында ғына ҡалабыҙ. Был бик яуаплы мәл. Илке-һалҡылыҡ — беҙҙең өсөн ят күренеш. Балаларыбыҙ: Марсель, Тимур, Суфия, Дилара кесе йәштән һәр эшебеҙҙә ярҙам итте. Бөгөн барыһы ла үҫкәндәр, һәр ҡайһыһы үҙ тормошо менән йәшәй. Иҫемдә, бер үҙемә ҡарауы ҡыйын, дымар менән төтәтеп торорға ярҙамсы кәрәк. Бәләкәй ҡыҙым Дилараны алып сыҡтым. Үҙе дәдән буйлыҡ ҡына. Шулай ҙа яҡшы төтәтте. Мал аҫраған саҡтарҙа һыйырҙарҙы ла һауыштылар, ҡош-ҡортон да ҡараштылар. Олоғая төшкәс, моғайын, ауылға ҡайтып, беҙҙең эште дауам итерҙәр, иншалла.

Заманында 70-тән артыҡ дәдәнебеҙ бар ине. Әле яртыһын ҡыҫҡарттыҡ. Сөнки балаларҙың үҙ мәшәҡәте, беҙгә лә төп эшебеҙ буйынса йыш сығып йөрөргә тура килә.

Бал йылына ҡарап була. Үткән йылдарҙа яҡшы килем алһаҡ, быйыл ҡырау төшөү, ҡарышлауыҡтарҙың һөжүме, яуым-төшөмдөң аҙ булыуы арҡаһында йыл умартасылар өсөн бик уңышлы түгел.

Бал ҡорттарын тәрбиәләү йәшәү рәүешебеҙгә әүерелгән. Был шөғөл уңғандарҙы үҙ итә, бал ҡорттары  кеүек тынғыһыҙҙар, уларҙы яратҡандар, хәстәрлек күргәндәр ҡулында ғына үрсей был изге бөжәктәр, — ихлас һөйләп ишеттерҙе Гүзәл ханым яратҡан шөғөлдәре хаҡында.

Әйткәндәй, Гүзәл Ғәфүр ҡыҙы сәскәләр, емеш-еләк, бигерәк тә виноград үҫтереү менән дә мауыға. Уның баҡсаһына инһәң, ниндәй сәскәгә, ҡыуаҡҡа ҡарарға белмәйһең. Ә виноград үрсетеү буйынса ул ысын мәғәнәһендә тәжрибә майҙансығы яһаған. Ринат Йәғәфәр улы — ауылдың балта оҫтаһы. Ул яһаған мебелдәрҙән күңел йылыһы бөркөлөп тора.  Басыровтар сит илдәргә, Рәсәй, республика буйлап сәйәхәт ҡылырға ла әүәҫ. Бына шундай үҙенсәлекле, өлгөлө ғаилә йәшәй Максим Горькийҙа.

Дилара Бәҙретдинова.

Фото — ғаилә архивынан.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: