Инйәр
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Сентябрь 2023, 16:39

Мал йәнле һөнәрмәндәр

Йыл һайын 31 августа билдәләнгән Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө Рәсәйҙә 2011 йылда барлыҡҡа килә.

Мал йәнле һөнәрмәндәр
Мал йәнле һөнәрмәндәр

Йыл һайын 31 августа билдәләнгән Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө Рәсәйҙә 2011 йылда барлыҡҡа килә. Ә рәсми дәүләт һөнәри байрамы статусын тик 2014 йылдың 11 июнендә генә ала. Ветеринария һөнәре тамырҙары менән  бик боронға барып тоташа. Мал һәр ваҡыт крәҫтиәндәр өсөн  донъя тотҡаһы булған, шуға күрә хайуандар тураһында хәстәрлек күрергә тырышҡандар, уны һәр төрлө бәләләрҙән һаҡлағандар, ауырыуҙарҙан дауалағандар — фәнни түгел,  халыҡсан ысулдар менән.

Ветеринария — ул хайуандарҙың ауырыуҙарын иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау менән шөғөлләнгән фән тармағы. Был өлкәлә күп йүнәлештәр бар: кинолог, ратолог, герпетолог, грумер, зоотехник, ветеринар фельдшер, зоопсихолог һәм башҡалар.

Бөгөн мал табиптары ветеринария клиникаларында, станцияларында, ипподромдарҙа, зоопарктарҙа, цирктарҙа, ауыл хужалығы предприятиеларында — ғөмүмән, хайуандарға медицина ярҙамы кәрәк булған барлыҡ ерҙәрҙә лә тир түгә. Уларҙы әҙерләү менән Рәсәйҙең тиҫтәләгән махсус уҡыу йорттары  шөғөлләнә. Был иһә   һөнәрҙең кәрәкле һәм билдәле булыуын  дәлилләй. Шуны ла иҫтә тотоу мөһим: ветеринар — ул булмыш. Хайуандарға һөйөү, уларға ярҙам итеү теләге, ауырлыҡтар алдында ҡурҡмау — белгес өсөн мөһим сифаттар булып тора бит.

 

Районыбыҙҙың ветеринария станцияһында бай тәжрибәле, һиҙгер күңелле, үҙ һөнәрҙәренә тоғро хеҙмәткәрҙәр эшләй. Илгиз Ғилфан улы Искәндәров та ундайҙарҙың береһе. Ул  1999 йылда һөнәри белем алғас, хеҙмәт юлын  Липовка ауыл хужалығы комплексында башлай. 2001 йылдан бирле Краснокуртовка ветеринар участкаһының ветеринар фельдшеры.    Төп эшенән тыш, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, профсоюз ойошмаһы ағзаһы ла.

 Илгиз Ғилфан улы ошо дәүерҙә үҙен ветеринария өлкәһенең нескәлектәрен яҡшы белгән юғары квалификациялы белгес итеп күрһәтә.  Хеҙмәттәштәренең һәм  халыҡтың оло ихтирамын яулап өлгөргән. Яҡташтарына ла, пациенттарына ла асыҡ күңелле. Тәүлектең ниндәй ваҡыты булһынмы, ямғыр, буранмы — ярҙамға ашыға.

Хайуандар сирләһә ҡайһы ерҙәре ауыртҡанын әйтә белмәйҙәр шул. Уларҙы тик мал табиптары ғына аңлап, хәл-тороштарын күҙаллап, ҡотҡарып ҡала, аяҡҡа баҫтыра. И.Искәндәровҡа ла ветеринария йүнәлешендә эшләгән  осорҙа ҡош-ҡорт булһынмы, эре мөгөҙлө малмы, бесәй-этме һәм башҡа әллә күпме йән эйәләрен ҡотҡарырға тура килә. Уның иңенә уңайлы эпизоотик хәлде һаҡлау, мал продукцияһының юғары сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ҡурҡыныс тыуҙырыусы сирҙәрҙе иҫкәртеү  буйынса саралар үткәреү кеүек ҙур көс талап ителгән эштәр йөкмәтелгән. Вазифаһы үтә лә яуаплы һәм ауыр булыуға ҡарамаҫтан, яҡташыбыҙ уға тиҫтәләрсә йылдар тоғро ҡала һәм һәр саҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.Уның фиҙаҡәр хеҙмәте Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2009 йыл), Рәхмәт хаты (2021 йыл) менән билдәләнгән.                    

  Д.Янбаева.

Автор фотоһы. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: