Инйәр
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Сентябрь 2023, 16:35

Кескәй йөрәктәргә наҙ өләшеүсе

Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып, бигерәк тә иң кескәйҙәр төркөмөндә, бар булмышын сабыйҙарға бағышлаған, уларҙың һәр береһенә йөрәк йылыһын тигеҙ бүлгән, ихлас яратҡан, аңлаған, хәстәрлек күргән кеше генә эшләй алалыр. 

Кескәй йөрәктәргә наҙ өләшеүсе
Кескәй йөрәктәргә наҙ өләшеүсе

Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып, бигерәк тә иң кескәйҙәр төркөмөндә, бар булмышын сабыйҙарға бағышлаған, уларҙың һәр береһенә йөрәк йылыһын тигеҙ бүлгән, ихлас яратҡан, аңлаған, хәстәрлек күргән кеше генә эшләй алалыр. 

Район үҙәгенең “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында тап ошондай тәрбиәселәр һәм ярҙамсылары бәләкәстәрҙе тәрбиәләй ҙә инде. Балалар баҡсаһының коллективы берҙәм, унда һәләтле, бай хеҙмәт тәжрибәле педагогтар тир түгә. Уларҙың береһе — Лилә Мәнжүр ҡыҙы Сөләймәнова (Алкина). Лилә Мәнжүр ҡыҙы тыумышы менән Салауат районы Мәсетле ауылынан. Ете балалы ишле ғаиләлә үҫкән. Тыуған ауылында 8-се класҡа тиклем белем алғандан һуң, үҫмер игеҙәге Дилбәр менән бергә Өфө ҡалыһының 1-се педагогия училищеһының “Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү” бүлегенә уҡырға инә.

— Өлгөргәнлек аттестатын ҡулға алғас, киләсәктә ниндәй һөнәр һайлау тураһында баш ватып та торманыҡ. Ни өсөндөр бәләкәйҙән Дилбәр ҙә, мин дә балалар баҡсаһында эшләргә теләнек. Тәрбиәсе беҙҙең өсөн иң абруйлы һөнәр һаналды. Үҙебеҙҙән кесе туғандарыбыҙҙы ҡарашыу ҙа йоғонто яһағандыр. Һәр хәлдә лә улар менән уйнау, яуаплы булыу, өйрәтеү көндәлек мәшәҡәттәребеҙ ине.

Хеҙмәт юлым Өфө ҡалаһының 227-се Химпром балалар баҡсаһында башланды. Эшкә тип килһәм, тәрбиә усағында капиталь ремонт бара. Ярты йыл башҡа хеҙмәткәрҙәр менән бергә 12 комплектлы балалар баҡсаһының ҙур бинаһын йүнәттек. Төҙөкләндереү тамамланғас, миңә 32 сабыйҙан торған өлкән  төркөмдө бирҙеләр. 1,5 ставка менән иртәнге сәғәт 7-нән киске 7-гә тиклем көнөм баҡсала үтә. Ярай дөйөм ятаҡ яҡында. Арып-талып ҡайтам да, иртәгәһен бәләкәстәремде һағынып ҡабат эшкә йүгерәм.

Аҙау ауылы егете Зариф Ғарифйән улы Сөләймәновҡа кейәүгә сыҡҡас, 1989 йылда Архангелгә ҡайттыҡ. Бында хеҙмәт йүнәлешемде аҙыраҡ үҙгәртергә тура килде. Урындағы һөнәрселек училищеһының китапханаһында эшләнем, аҙаҡ ошонда уҡ “Башҡортостан мәҙәниәте” дәресенән уҡыттым. Шул йылдарҙа ситтән тороп Бөрө педагогия институтының физик культура бүлеген  тамамланым.  Өс йыл район үҙәгендәге балалар йортоноң (приют) тәрбиәсеһе лә булдым.

Тәрбиәсе һөнәрен яратыуым байтаҡ йылдар үткәс, ҡайтанан балалар баҡсаһына килтерҙе. Был юлы “Ҡайынҡай” баҡсаһының физик культура буйынса инструкторы булып урынлаштым. Һуңғараҡ “Ҡайынҡай” “Тирмәкәй”гә берләштерелгәс, һуңғыһында үҙемә төркөм йыйып, бөгөн иң бәләкәстәрҙе тәрбиәләйем. 

Һөнәрем ҙур яуаплылыҡ талап итә. Кеше һиңә иң ҡиммәтле, ғәзиз йән киҫәген тапшыра бит. Уларҙың ҡайһы берҙәре саҡ атлай башлаған, һөйләшә лә белмәй. Бына шул бер йәш тә һигеҙ айлыҡтан башлап өс йәшкә тиклемге 22 бәпес менән көнө буйы ҡалаҡ тотарға, кейенергә, йыуынырға, уйынсыҡтарҙы йыйыштырырға, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә, һүрәт төшөрөргә һәм башҡаларҙы өйрәнәбеҙ. Ярҙамсым Ольга Ценникова һәм алмашсым Гөлнара Мәзитова менән бер минут буш ултырғаныбыҙ юҡ. Кескәйҙәр артынан йүгереп, ауырыуҙарыңды ла онотаһың, йәшәреп китәһең. Эшемде бөтә күңелемде һалып башҡарам.

Тәрбиәләнеүселәрем үҙ балаларым кеүек, үҙҙәре лә мине яратып, һағынып торалар, себештәр кеүек янымдан китмәйҙәр. Береһе алдыма ултырһа, ҡалғандары ла ултыртыуҙы һорай. Бала күңеле ул гәлсәр кеүек саф, шуға күрә уның менән үтә һаҡ булырға кәрәк, — тип һөнәре хаҡында һөйләп ишеттерҙе Лилә ханым эш араһында.

Лилә Мәнжүр ҡыҙы педагогика буйынса тәрән белемгә эйә, методик яҡтан да яҡшы ҡоралланған белгес, яҡшы практик. Күп уҡый, уларҙы эшендә ҡуллана. Элегерәк һөнәри матбуғат баҫмаларын күпләп алдырһа, хәҙер интернет селтәре менән файҙалана. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына һәм талаптарына ярашлы итеп ҡоролған эшендә, тәҡдим ителгән методик әсбаптарҙы төплө өйрәнеп, иң ҡулайлыларын ғына һайлай, төбәк компонентына етди иғтибар бүлә. Бына шундай һәләтле, бала күңелле тәрбиәсе ҡулында тәрбиәләнә “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының кескәйҙәр төркөмө сабыйҙары.

Дилара Янбаева.

Автор фотоһы.

 

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: