Инйәр
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Август 2023, 15:31

Күңелле итеп ваҡыт үткәрҙек!

Быйыл август айы ҡояшлы, эҫе көндәре менән барыһын да кинәндерҙе.

Күңелле итеп ваҡыт үткәрҙек!
Күңелле итеп ваҡыт үткәрҙек!

Быйыл август айы ҡояшлы, эҫе көндәре менән барыһын да кинәндерҙе. Быға бигерәк тә беҙ — балалар шат. Мәктәп алдынан рәхәтләнеп һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып, ялдарыбыҙҙы дауам итеп өлгөрҙөк.

Район мәҙәниәт йортоноң “Йәйғор” бейеү түңәрәге тәрбиәләнеүселәре етәкселәре Алеся Хәсәнова, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Розалия Хәсәнова һәм Салауат Әбделмәнов оҙатыуында Инйәргә һыу инергә барҙы. Был сәйәхәтте түҙемһеҙләнеп көткән уҡыусылар иртүк билдәләнгән урынға йыйылды һәм автобусҡа тейәлеп, Ғайфулла ауылына юл тотто. Аҙна уртаһы булғанға күрә йылға буйында бер балыҡсынан башҡа кеше юҡ ине. Ғәҙәттә, ял көндәрендә унда энә төртөр урын юҡ.

Тәбиғәткә коллектив менән бергә сығыуыбыҙға ныҡ шатландыҡ.  Ололар күҙәтеүендә ял урынын ҡорҙоҡ, табын әҙерләштек, уйындар һәм конкурстар өсөн кәрәк йыһаздарҙы хәстәрләнек. Һыуҙың йылынғанын көтөп, башта ҡояшта ҡыҙындыҡ, күңелле уйындарҙа ҡатнаштыҡ. Төшкә табан сыр-сыу килеп һыу индек. Кискә тиклем шулай күңел астыҡ. Һыу ингәс, асыҡтыра ла. Ә тәбиғәттәге  аш-һыу бигерәк тәмле. Ҡыҫҡаһы, ваҡытты күңелле итеп үткәрҙек.

Беҙҙең барабыҙ өсөн шундай матур ял ойошторған тәрбиәселәребеҙгә рәхмәтлебеҙ.

Элиза Хөсәйенова.                                                               

1-се Архангел мәктәбе уҡыусыһы.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: