Инйәр
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Август 2023, 15:27

Бәхет өсөн күп кәрәкмәй

Социаль туризм яҡшы һөҙөмтәле реабилитация алымы һанала.

Бәхет өсөн күп кәрәкмәй
Бәхет өсөн күп кәрәкмәй

Социаль туризм яҡшы һөҙөмтәле реабилитация алымы һанала. Яңы ерҙәр менән танышыу, сәйәхәт ҡылыу кешегә ыңғай тәьҫораттар аша көс, дәрт, шатлыҡ бирә.

 “Оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар өсөн социаль туризм” программаһы сиктәрендә “Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар йорто һәм Оло Теләк психоневрология интернаты тәрбиәләнеүселәре йәмле Инйәр йылғаһына ял итергә сыҡты.

Тәбиғәт ҡосағында  саф һауала йөрөү барыһына ла оҡшаны. Төшкә табан ашнаҡсылар сәйәхәтселәрҙе мул итеп әҙерләнгән табынға саҡырҙы. Тамаҡ ялғағандан һуң, төрлө күңелле ярыштар, ижади конкурстар ойошторолдо.  Командалар волейбол да уйнап алды. Йылға буйында ҡырсынташта ялан аяҡ йөрөү, һыу кисеү, ҡояшта ҡыҙыныу тәнгә лә, йәнгә лә әйтеп бөтөргөһөҙ рәхәтлек бирҙе. Улар Абҙан ауылының иң матур урыны — Шарламаны ла күреп ҡыуанды. Арып-талып, ярайһы уҡ асығып ҡайтыуҙарына аш оҫталары тәмле былау бешереп ҡуйҙы.

Оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн ошондай сараны ойоштороусы “БашУлей” кемпингы  етәксеһе  Рафаэль Рәйес улы Ғиззәтуллинға рәхмәт һүҙҙәрен юллайбыҙ.

***

Үткән аҙнала “Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар йортонда йәшәүселдәр иртә таңдан Торош йылғаһына балыҡ ҡармаҡларға йыйынды. Ир-аттарға 80 йәшлек Нәфисә Вәлиева ла эйәрҙе. Баҡ тиһәң, ул оҫта балыҡсы икән! Балыҡсылыҡ элек уның иң яратҡан шөғөлө булған. Нәфисә ханым ҡармаҡлап ҡына ҡалманы, ә ир-аттарҙы ошо мауыҡтырғыс кәсептең үҙенсәлекле серҙәре менән таныштырҙы,  тәжрибәһе менән дә уртаҡлашты.

Саф һауа, ҡоштарҙың һайрауы, йәшел хәтфә үлән, урман, йылға буйы тәрбиәләнеүселәргә ыңғай тәьҫир итте. Улар элекке ҡәҙимге тормоштарын һағынып берсә моңһоуланды, берсә тәбиғәт ҡосағында иркенләп йөрөй алыуҙарына шатланып бөтә алманы.  Беҙҙең пациенттар көндәлек тормоштарын ошо рәүешле төрлөләндереп, сит тарафтарға сығып йөрөп, һауа, урын алмаштырып килергә ярата. Сәләмәтлек, күңел торошо өсөн дә был алым бик отошло.

Наталья Шпон,

“Шәфҡәтлелек” ҡарттар һәм инвалидтар йортоноң комплекслы реабилитация буйынса белгесе.

Автор фотоһы.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: