Инйәр
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
23 Август 2023, 15:13

317 килограмм йыйылған!

Батарейкалар тирә-яҡ мөхит өсөн зарарлы материалдарҙан эшләнгән, шуға күрә уларҙы утилләштереү һәм эшкәртеү зарур.

317 килограмм йыйылған!
317 килограмм йыйылған!

Батарейкалар ни өсөн йыйыла?

Батарейкалар тирә-яҡ мөхит өсөн зарарлы материалдарҙан эшләнгән, шуға күрә уларҙы утилләштереү һәм эшкәртеү зарур. Был процеста ҡабат яңы ҡоролмалар составына индереләсәк матдәләр алына. Эшкәртеүҙең төп маҡсаты — етештереү өсөн сеймалды экономиялау һәм кешенең сәләмәт йәшәү эшмәкәрлегенә тәьҫир итеүсе тирә-яҡ мөхитте һаҡлау. Теләһә ҡайҙа ташлаған осраҡта атмосфераға, тупраҡҡа һәм һыуға тере организм өсөн ағыулы никель, кадмий, цинк, литий, ҡурғаш һәм терегөмөш эләгә. Улар нервы һәм тын алыу системаларының эшен боҙа, эске ағзаларҙы зарарлай. Ырғытылған бер батарейка 20 квадрат метрға тиклем ерҙе бысрата һәм бер терпене үлтерә тиелгән. Ойошмаларға ҡалдыҡтарҙы утилләштереү экологик ҡараштан тыш, штрафтарҙан азат ителеү маҡсатында ла кәрәк.

Ҡулланылған батарейкаларҙы ҡайҙа тапшырырға?

Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге ҡануниәтенә ярашлы, бер тапҡыр ҡулланылған йәки ҡайтанан йыһазландырылған батарейкаларҙы сүп-сар биҙрәһенә ташларға ярамай. Улар эшкәртеү буйынса махсус заводҡа ебәрелергә тейеш.

Батарейкаларҙы нисек утилләштерәләр?

Батарейкаларҙы тығыҙ целлофан пакетҡа, пластик шешәгә йәки ҡапҡаслы  һауытҡа йыйыу зарур. Һауыт тулғас, быға, ғәҙәттә, байтаҡ йылдар талап ителә, уларҙы ҡабул итеү пунктына алып барырға, йәки айырым йәшниккә ташларға.

Иҫке батарейкалар эшкәртеү заводына йүнәлтелә.  Унда металл тышсаһы  һәм эсендәге төҫлө металл тоҙҙары айырым  иретелә һәм яңы элементтар эшләү өсөн ҡулланыла. Батарейкалар типтар буйынса сорттарға айырыла, ә һуңынан файҙалы сеймал — тимер, графит, марганец һәм цинк тоҙҙары айырып алына, быларҙың барыһы ла сәнәғәттә кәрәкле.

Районда “Батарейкалар тапшырабыҙ” акцияһы

Тотонолған батарейкаларҙы йыйыу районыбыҙҙа юлға һалынған, тип әйтеү хаҡлы. Тирәкле мәктәбендә “Тәбиғәт дуҫтары” тигән экологик түңәрәк (етәксеһе Г.Фәйрүзова)  байтаҡ йылдар эшмәкәрлек итә. Унда балалар теләп йөрөй, ҡатнашыусылар ҙа йылдан-йыл күбәйә. “Терпене ҡотҡар” тип аталған Бөтә Рәсәй проектында  ҡатнашып, грант яуланыҡ. Йыл һайын йәмғеһе йөҙҙән ашыу килограмм батарейка тапшырабыҙ, макулатура ла йыябыҙ, ағастар ултыртабыҙ, төрлө тәжрибәләр үткәрәбеҙ, өмәләрҙә ҡатнашабыҙ. “Старттайм” тип аталған йәштәр сәйәсәте буйынса гранттар проектында ла үҙебеҙҙе һынаныҡ. Ҡулланылған батарейкаларҙы йыйып тапшырыу идеяһы тыуғас, тәрбиәләнеүселәр уны дәррәү күтәреп алды.

Беҙҙең изге ниәтебеҙҙе район мәғариф бүлеге лә хуплап, башланғысыбыҙҙы артабан тормошҡа ашырыр өсөн ярҙам ҡулы һуҙҙы. Батарейкаларға килгәндә, килешеү буйынса район белем биреү учреждениеларында һәм башҡа ойошмаларҙа йыйыу өсөн махсус ҡумталар ҡуйылған. Теләгән һәр кем яраҡһыҙ батарейкаларҙы шунда һалып китә ала. Һөҙөмтәлә, “Батарейкалар тапшырабыҙ” акцияһы сиктәрендә  барлыҡ мәктәптәр менән бергәләшеп   317 килограмм ҡалдыҡ йыйып тапшырҙыҡ. Район мәғариф бүлеге биргән автобус менән уларҙы Өфөгә алып барҙыҡ. Бөгөн беҙ  республика буйынса алдынғылар рәтендә киләбеҙ. Ҡалдыҡтар Өфөнән  артабан Ярославль ҡалаһына оҙатыласаҡ.

 Акция тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һәм тәбиғәтте хөрмәт итеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереүгә, ҡалдыҡтарҙы йыйыу буйынса айырым оҫталыҡты көндәлек тормошҡа индереүгә йүнәлтелгән. Экологик мәҙәниәтле, белемле  булыу тәбиғәтебеҙҙе ҡотҡарасаҡ. Шуның өсөн барығыҙҙы ла беҙгә ҡушылырға саҡырабыҙ.

Гөлнара Фәйрүзова,

Тирәкле мәктәбенең  “Тәбиғәт дуҫтары” экологик түңәрәге етәксеһе.

Автор тарафынан ебәрелгән фото.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: