Инйәр
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
7 Июль 2023, 12:40

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәрҙе яҙыу бара

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәрҙе яҙыу бара.

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә  барырға теләүселәрҙе яҙыу бара
Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәрҙе яҙыу бара

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәрҙе яҙыу бара. Республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында Рәсәй Ҡораллы Көстәренә килешеү буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу мобиль пункттары булдырылды. Уларҙа хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр дежур итә. Белгестәр хәрби хеҙмәт шарттары, кәрәкле документтар, доброволецтарға тейешле түләүҙәр һәм ташламалар тураһында барлыҡ һорауҙарға яуап бирергә әҙер.

Кем контракт буйынса хеҙмәт итә ала?

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 60 йәшкә тиклемге (һирәк осраған һөнәрҙәр буйынса һәм айырым осраҡтарҙа – 65 йәшкә ҡәҙәр), запастағы, шулай уҡ хәрби хеҙмәттә булмаған, әммә юғары йәки урта һөнәри белемгә эйә ир-егеттәр ҡабул ителә. 

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ниндәй түләүҙәр ҡаралған?

Ҡатнашҡан осраҡта дөйөм сумма айына 204 мең һумдан башлана. Шул иҫәпкә 33 мең һумдан башланған аҡсалата түләү, бер тәүлеккә тәғәйен 4240 һум, хәрби вазифа буйынса айына ике оклад (40–70 мең һум) инә. 

Бер йылға һәм унан күберәк ваҡытҡа контракт төҙөгән осраҡта 195 мең һум күләмдә бер тапҡыр бирелгән түләү, шулай уҡ айырым ҡаҙаныштар өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған.

Ниндәй ташламалар һәм гарантиялар бар?

20 йыл хеҙмәт иткәндән һуң пенсияға сығыу хоҡуғы;

Хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы һәм шуға ярашлы льготалар (ҡайһы бер һалымдарҙан азат итеү, торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә ташламалар, уңайлы мәлдә отпуск алыу һәм башҡалар);

хәрби-медицина учреждениеларында бушлай тикшерелеү, дауаланыу һәм реабилитация курсы үтеү;

дарыуҙар менән бушлай тәьмин ителеү;

хәрби кәрәк-яраҡ, кейем менән тәьмин ителеү;

өс тапҡыр бушлай туҡланыу;

алты айға бер тапҡыр ике аҙналыҡ түләүле отпуск;

федераль бюджет иҫәбенә ғүмерҙе һәм һаулыҡты страховкалау;

кредит һәм һалым каникулы;

балаларға юғары уҡыу йортона ингәндә бюджет урындары;

балалар өсөн йәйге һауыҡтырыу лагерҙарында бушлай ял;

яраланған (йәрәхәт алған) һәм вафат булған осраҡта страховка түләүҙәре;

реабилитация һәм адаптацияға ҡағылышлы социаль программа (эшкә урынлаштырыу һәм торлаҡ биреү);

тупланма-ипотека системаһы аша Рәсәй Оборона министрлығы иҫәбенә шәхси торлаҡ алыу;

хеҙмәт урынынан торлаҡ йәки ҡуртымға алынған торлаҡ өсөн түләү. 

Һорауҙар ҡалһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Берҙәм белешмә телефоны: 117

“Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисы.

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәргә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам саралары буйынса Республикала чат-боттар эшләй. Ундағы мәғлүмәттәр, һорауҙарға яуаптар белгестәр тарафынан тикшерелгән:

https://clck.ru/34ARPB (хәрби контракт хеҙмәте буйынса);

https://clck.ru/32edTx (ярҙам саралары буйынса).

Дилара Янбаева әҙерләне.

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: