Инйәр
+7 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
5 Июль 2023, 13:43

Психологик ярҙам һорап, поликлиникаға мөрәжәғәт итергә мөмкин

Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәр, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, мотлаҡ медицина страховкаһы сиктәрендә, психологик ярҙам һорап, йәшәгән урын буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итә ала.

Был психиатрия ярҙамы күрһәтеүҙең яңы тәртибен индереү һөҙөмтәһе. Уның өҫтөндә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эшләй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар шулай уҡ «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондында ла психологик ярҙам алырға мөмкин.

Медицина психологтары тағы ла Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник психотерапия үҙәгендә түбәндә күрһәтелгән ышаныс телефоны аша киҫкен осраҡтарҙа ашығыс психологик ярҙам күрһәтә һәм психологик яҡтан булышлыҡ итә: 8 (347) 241-62-85 (тәүлек әйләнәһенә).

Медицина-психологик ярҙам кабинеттары тураһында тулыраҡ — Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сәхифәһендә.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм психологик ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү - белгестәр ярҙамы кәрәклеген аңлаған һау-сәләмәт кешенең аҙымы икәнен хәтерегеҙҙә тотоғоҙ.

Д.Янбаева әҙерләне. 

Фото — асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: