Инйәр
+2 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
21 Июня 2023, 09:47

“Йәй гүзәле” — Руфина

Ҡыҫынды мәктәбенең көндөҙгө йәйге лагерына балалар ихлас йөрөй. 

Добавить в предпочтительные источники Google
“Йәй гүзәле” — Руфина“Йәй гүзәле” — Руфина
“Йәй гүзәле” — Руфина

Ҡыҫынды мәктәбенең көндөҙгө йәйге лагерына балалар ихлас йөрөй.  Сөнки тәрбиәселәр көн һайын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ саралар уҙғара. Шуларҙың береһе 13 июндә Ҡыҫынды мәҙәниәт һарайында үтте. Ул да булһа “Йәй гүзәле” тип аталған матурлыҡ һәм ижад бәйгеһе.   Конкурста биш ҡыҙ ҡатнашты. Тәрбиәселәре Дилара Фәнил ҡыҙы менән Гөлдәр Мөхәмәт ҡыҙы конкурсанттарҙы етди әҙерләне, дөрөҫ йүнәлеш бирҙе.

Бәйгене мәҙәниәт хеҙмәткәре Раушан Фәйзрахман улы  оҫта итеп алып барҙы. Ҡыҙҙар төрлө әкиәт геройҙары костюмында сығып, уларҙы яҡланы, образдарына тап килгән бейеүҙәр менән сығыш яһаны. Залда ултырған тамашасылар бәйгеселәрҙең һәр сығышын дәррәү алҡыштарға күмеп, дәрт, илһам биреп ултырҙы.

Матурлыҡ һәм ижад конкурсында  ҡыҙҙар “Дефиле”,  “Беҙ үҙебеҙ ҡурсаҡтар”, “Үҙең менән таныштырыу”, “Мин оҫта бейеүсе”, “Беҙ уңған ҡыҙҙар” (әсәләре менән берлектә бешергән аш-һыу), “Йырға оҫталыҡ” конкурстарында үҙҙәрен һананы.

 9-сы класс уҡыусыларынан торған баһалама ағзалары Ғәйсәрова Нәркәс, Әминева Гөлдәр, Хәзиәхмәтова Гөлназ һәм Юламанова Азалия  ярыш һөҙөмтәләре буйынса “Йәй гүзәле  — 2023” исеменә Мостафина Руфинаны лайыҡлы тип тапты һәм тажды  уға кейҙерҙе. Ковбой образында Әсәҙуллина Рената “Мисс-Һоҡландырғыс”, Дюймовочка — Ҡырымбаева Алина “Мисс-Инсафлыҡ”, Мальвина — Әлибаева Диана “Мисс-Мөләйемлек” Белоснежка — Камалитдинова Зарина “Мисс-Артислыҡ” номинацияларында еңеүсе булды.

Сығыштарҙың һәр береһен тамаша ҡылғас,  балаларҙың барыһының да һәләтле   икәнлегенә  тағы бер ҡат инанаһың.  Уны күрә һәм үҫтерә белергә генә кәрәк.

Бындай саралар балаларға ҡыйыулыҡ өҫтәй, үҙ-үҙҙәренә ышаныс тыуҙыра, ҡыҙыҡһыныусанлыҡтарын арттыра.Тик шуныһы үкенесле, балаларының сығыштарын ҡарарға, улар менән бер тулҡында булырға теләгән әсйәҙәр бик аҙ ине. Тамашасылар араһында яҡындарын күреү ҡанатландырып ебәрә бит.

Зифа Абдуллина.

Ҡыҫынды ауылы.

Р.Хәзиәхмәтов тарафынан ебәрелгән фото.

 

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас