

Архангел районы ветеринария станцияһы начальнигы Венер Хажиәхмәтов ҡорбан малдарын ташығанда, аҫрағанда һәм һуйғанда ветеринария-санитария ҡағиҙәләре талаптарын үтәү мәсьәләләре, шулай уҡ биологик ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙы һәм утилләштереүҙе ойоштороу буйынса Архангел ауылының “Зифа” мәсетендә имам-хатиптар менән кәңәшмә уҙғарҙы. Осрашыуҙа районыбыҙҙың имам-хатиптары, ветеринария хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Сара йылы мөхиттә үтте, һорауҙарға аныҡ яуаптар, кәңәштәр бирелде.
Дилара Бәҙретдинова.
В.Хажиәхмәтов тарафынан ебәрелгән фото.