Инйәр
+6 °С
Облачно
Төрлөһөнән...
14 Июня 2023, 11:37

“Хәүефһеҙ тәгәрмәс — 2023”

Мәләүез районының Нөгөш ауылындағы “Тау һауаһы” балалар һауыҡтырыу лагерына “Хәүефһеҙ тәгәрмәс — 2023” юл хәрәкәте йәш инспекторҙарының район һәм ҡала этаптарында еңеүселәре йыйылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Хәүефһеҙ тәгәрмәс — 2023”“Хәүефһеҙ тәгәрмәс — 2023”
“Хәүефһеҙ тәгәрмәс — 2023”

Мәләүез районының Нөгөш ауылындағы “Тау һауаһы” балалар һауыҡтырыу лагерына “Хәүефһеҙ тәгәрмәс — 2023” юл хәрәкәте йәш инспекторҙарының район һәм ҡала этаптарында еңеүселәре йыйылды.

Сараға Башҡортостан Республикаһының 59 муниципаль берәмегенән барлығы 300-гә яҡын бала һәм педагогтар килде. Бер нисә көн дауамында балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемдәрен, велосипед менән идара итеү оҫталығын күрһәтте. Слетты ойоштороусылар уҡыусыларға мәҙәни саралар, квестар, уйындар һәм бик күп ҡыҙыҡлы тамаша әҙерләне.

Бәйгелә районыбыҙҙың данын С.В.Лапсина етәкселегендә һәм Д. А. Романов оҙатыуында Ҡыҙыл Еҙем мәктәбе уҡыусылары яҡланы.    Яҡташтарыбыҙ бөтә станцияларҙы ла уңышлы үтте.  “Автоҡаласыҡ” станцияһында 3-сө урынды яуланы. Конкурсты ябыу тантанаһында балаларҙы сараның күптәнге партнерҙары ҡотланы.

Йәш юл хәрәкәте инспекторҙарына төрлө бүләктәр тапшырылды. Уларҙың рәттәре йыл һайын  тулыланыр һәм шуның менән киләсәктә белемле водителдәр һәм йәйәүлеләр күберәк булыр тип ышанабыҙ!

Бындай осрашыуҙар балаларға һәм уҡытыусыларға балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү буйынса эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, ыңғай тәьҫораттарға байырға ярҙам итә.

Д.Фәтихова.

Фото — район мәғариф бүлеге сайтынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас