Инйәр
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
28 Апрель 2023, 15:08

Мәктәп туҡланыуына иғтибар арта

2023 йылдың 26 апрелендә район мәктәптәрендә “Башҡортостандың ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу өсөн!” берҙәм республика асыҡ ишектәр көнө уҙҙы.

Мәктәп туҡланыуына иғтибар арта
Мәктәп туҡланыуына иғтибар арта

2023 йылдың 26 апрелендә район мәктәптәрендә “Башҡортостандың ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу өсөн!” берҙәм республика асыҡ ишектәр көнө уҙҙы.

Уның сиктәрендә  ата-әсәләрҙең һәм уҡыусыларҙың ҡайнар аш менән туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләһенә ыңғай мөнәсәбәтен булдырыу маҡсатында, “Дөрөҫ туҡланыу тураһында һөйләшеү” программаһы буйынса һаулыҡ дәрестәре һәм кластан тыш саралар үткәрелде.

Был көндө өлкәндәр аш-һыу блогында булды һәм балаларының нисек туҡланыуын үҙ күҙҙәре менән күрҙе.  Шулай уҡ ризыҡтарҙың сифатын баһаланы, хәүефһеҙлеген раҫлаған документтар, меню һәм балалар туҡланыуын ойоштороу процесы  менән танышты, ашхананы, аҙыҡ-түлекте һаҡлау процесын, сертификаттарын, порциялар күләмен, температураһын, гигиена тәртибен ҡараны. Һуңынан  мәктәп менюһы технология картаһы буйынса әҙерләнгән ризыҡтарға дегустация үткәрҙе, ҡыҙыҡһынған һорауҙарын бирҙе.

Гөлсөм Ибраһимиова,

“Туҡланыу” үҙәге белгесе.

Фото — Оҙондар мәктәбе сайтынан.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: