

Ер ҡарҙан асылыу менән тирә-яҡта ҡыш буйы йыйылған сүп-сарҙар ҙа күренә башлай. Үҙебеҙ йәшәгән, эшләгән урындарҙы төҙөкләндереү, таҙартыу, тәрипкә килтереү маҡсатынан экологик өмәләр дауам итә. Ауыл халҡы шәхси биләмәләрен, урам буйҙарын ҡыйҙан таҙартып ҡына ҡалмай, үҙ теләктәре менән ауыл хакимиәте, мәктәп һәм урындағы башҡа ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәре менән берлектә оло юл буйҙарын, беркетелгән урындарҙы, зыяраттарҙы, көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу майҙансыҡтарын йыйыштырыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Оҙондар ауыл биләмәһендә лә экологик өмәләр аҙна һайын уҙғарылып тора. Уның барышында ошо арауыҡта бик күп сүп-сар йыйылды. Үҙәк урамдар, юл ҡырҙары, йылға буйҙары таҙарып ҡалды. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында ла онотмайбыҙ. Бөгөн был мәсьәлә бигерәк тә көнүҙәктә, сөнки бөтә ер ҡоро, яуым-төшөм дә күптән юҡ. Шуға күрә кешеләр менән аңлатыу эштәре алып барыла, тикшереү саралары ла даими ойошторола.
Анастасия Павлова,
Оҙондар ауыл хакимиәтенең ер буйынса белгесе.
Автор фотоһы.