Инйәр
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән...
19 Апрель 2023, 14:28

Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ

9-сы кластарҙы үҙенең дәрестәре аша әҙәбиәткә һәм туған телгә сикһеҙ һөйөү, киң күңеллелек, ихласлыҡ тәрбиәләгән Рәшиҙә  Факил ҡыҙы Ғәйсәрова етәкләй. 

Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ
Һәләтле балалар — беҙҙең киләсәгебеҙ

Ҡыҫынды мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыларын үҙенең дәрестәре аша әҙәбиәткә һәм туған телгә сикһеҙ һөйөү, киң күңеллелек, ихласлыҡ тәрбиәләгән Рәшиҙә  Факил ҡыҙы Ғәйсәрова етәкләй.  Ул  уҡыусылары тураһында түбәндәгеләрҙе бәйән итте:

— Һәр мәктәптең яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе, матур эштәре менән маҡтауға лайыҡ уҡыусылары бар. Тап шундайҙарҙың береһе — Әминева Гөлдәр.  Ул 9-сы класста белем ала. Уҡыуҙа ла һынатмай,  яҡшы билдәләренә генә өлгәшә, ҡаҙаныштары ла күп. Барлыҡ сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша. Эйе, ысынлап та, Гөлдәр – бик тырыш уҡыусы. Мәктәптә лә, йорт­тарында ла бар эшкә өлгөрә. Ниндәй  кластан тыш сара булмаһын – Гөлдәр уның уртаһында ҡайнай. Район кимәлендә үткәрелгән төрлө бәйге, конкурс, ғилми конференцияларҙа еңеп сыҡҡан өсөн бирелгән диплом, Маҡтау ҡағыҙҙары быға асыҡ миҫал. 

Мәктәп уҡыусылары араһында ал­саҡлығы, сабырлығы, баҫалҡылығы, кеше­леклеге, эшһөйәрлеге менән дә айырылып тора. Үҙенең ябайлығы менән ул һәр кемдең күңеленә асҡыс таба. Шунлыҡтан уның дуҫтары ла бик күп.  Һәр кешенең кескәй саҡтан уҡ килгән хыялдары, маҡсаттары була. Гөлдәргә лә ки­ләсәктә үҙ маҡсатына ирешеп, ниндәй генә һөнәр һайлаһа ла, үҙ юлын табырға яҙһын.

Әҙәм балаһы күңеле менән һәр саҡ матурлыҡҡа ынтыла. Кемдер матур шиғырҙар ижад итә, икенселәре кисерешен йыр-моң аша еткерергә ашыға, бәғзеләре ҡулына ҡәләм алып, үҙен уратып алған күренештәрҙе ҡағыҙ  биттәренә төшөрә. Ә бына Ҡыҫынды мәктәбенең 9-сы  класс уҡыусыһы Гөлназ Хәзиәхмәтова һүрәт төшөрөү менән мауыға. Район кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Әйтергә кәрәк, Гөлназдың Маҡтау ҡағыҙҙары ла бихисап. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында “Һаумы, көҙ” (1-се урын), “Тыуған яҡтың матурлығы” (2-се ), “Йондоҙло юл” (3-сө) һәм башҡа һүрәттәр конкурсында урындар алыуы  уҡыусының һәләтле булыуы хаҡында һөйләй. Бәләкәй сағынан рәсем төшөрөргә яратҡан ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, Өфө ҡалаһының 1-се педагогия колледжының сәнғәт-графика бүлегенә уҡырға инергә теләй. Гөлназға киләсәктә аҡ юлдар, сығарылыш имтихандарын һәйбәт билдәләргә биреп, үҙе теләгән уҡыу йортона инеүен теләйем. Хыялдары тормошҡа ашыр, сөнки ул үҙ юлын таба ала торған ҡыҙ.

Белем усаҡтары электән үҙенең алдынғы уҡыусылары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Ҡыҫынды мәктәбенең ана шундай тырыш, һәләтле уҡыусыларының береһе Нәркәс Ғәйсәрова. Ул үҙенен уңғанлығы, изге күңелле, намыҫлы, һәләтле булыуы менән барыһының да ихтирамын яуланы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус әҙәбиәте буйынса район олимпиадаларында, республика, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән ижади конкурстарҙа һәр ваҡыт еңеүҙәр һәм призлы урындар яулаусы Нәркәстең портфолиоһы Дипломдар, Маҡтау ҡағыҙҙары, сертификаттар менән туп-тулы. Нәркәс уҡыуҙан тыш үткәрелгән сараларҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә. Был турала мәктәп, район, республика кимәлендәге сараларҙың һөҙөмтәләре һөйләй: ул туғыҙ йыл уҡыу эсендә 100-гә яҡын Диплом, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған. Улар араһында башҡорт теле буйынса республика һәм муниципаль ижади конкурстар призеры, еңеүсеһе дипломдары һәм башҡалар бар. Ә иң ҙур ҡаҙанышы —  «Минең Рәми» төбәк-ара шиғриәт конкурсында ҡатнашып, 3-сө урын һәм 30000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнеү. Мәктәптә алған белемең киләсәккә киң ишектәр асһын, оло бейеклектәргә үрләргә, тормош юлынан ышаныслы атларға, яратҡан һөнәренә эйә булырға ярҙам итһен! Ҡояш кеүек балҡып йәшә, яҡты киләсәк һиңә, Нәркәс!

Ғәлиуллин Айҙар мәктәптән тыш сараларҙа, айырыуса экологик өмәләрҙә, спорт ярыштарында әүҙем. Үҫмер бер эштән дә ҡурҡмай, ул ололарҙың ышаныслы ярҙамсыһы. Мәктәпте тамамлағас, Айҙар тормошта үҙ һөнәрен табып, илебеҙ мәнфәғәтенә яҡшы эштәр башҡарыр тигән теләктә ҡалабыҙ.

Дилара Бәҙретдинова.

Автор фотолары.

Автор:Дилара Бадретдинова
Читайте нас: